Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары Башҡортостандың фәнни һәм туристик ҡеүәтен сағылдырған туғыҙ маршрут әҙерләгән. Һәр экскурсия ғилми йүнәлештәрҙең береһенә арналған.
Турҙар төбәктең ғилми-тикшеренеү инфраструктураһының үҙенсәлекле объекттарына - университет лабораторияларынан алып иҡтисадтың реаль секторы һәм, фән һәм тикшеренеүҙәр күҙлегенән ҡарағанда, республикалағы популяр туристик урындарға - геопарктар һәм курорттарға тиклем барып етергә мөмкинлек бирә.
Беренсе вуз-ара «Авиценна» маршруты 26 июндә старт ала. Сарала ҡатнашыусылар Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусындағы, Башҡорт дәүләт медицина университетындағы, Өфө фән һәм технологиялар университетының «йәшерен» лабораторияларында буласаҡ. Туристар үҙҙәрен ысын табип итеп тоя, ультратауыш, эндоскопик тикшереү һәм хатта реаль манекен-симуляторҙарға операция яһай ала.
Яңы туристик маршруттарҙы теләгән һәр кем ҡарай һәм баһалай ала.