Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Асия Вәлиева сәфәр хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Турға ирем менән бергә барҙыҡ. Иртәнсәк район хакимиәте бинаһы янында беҙҙе уңайлы кресло һәм телевизор менән йыһазландырылған автобус көтә ине, – тип һөйләй Асия Камил ҡыҙы. – Беҙгә фильм ҡуйҙылар, шуға күрә юлдағы ваҡыт һиҙелмәй үтте. Ә ҡалала ике экскурсовод ҡаршы алды.
Экскурсия башҡорт һәм рус халыҡтарының бөйөк дуҫлығына арналған Дуҫлыҡ монументына барыуҙан башлана. Һуңынан ҡатнашыусылар Өфө ҡала-ҡәлғәһенең барлыҡҡа килеү тарихы менән таныша, театр скверы янындағы “Ете ҡыҙ” фонтаны эргәһендә туҡтала, уның исеме менән бәйле башҡорт легендаһын хәтергә төшөрә.
– Өфөлә йыш булам һәм республиканың баш ҡалаһы тураһында күп беләм тип уйлай инем, әммә улай уҡ түгел икән, – ти Асия Вәлиева. – Тағы әллә күпме яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләнеләр, әле лә шуларҙың тәьҫораты менән йөрөйөм. Мәҫәлән, Салауат Юлаев һәйкәленең 20 йыл төҙөлөүен белдем. “Ете ҡыҙ” фонтаны ҡыҙҙары тураһындағы легенда миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Беҙгә тарихи биналарҙы һәм сауҙагәр йорттарын күрһәттеләр.
Артабан мәсетлеләр өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейына экскурсия ойошторола, унда улар халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәте һәм төбәктең тәбиғәте менән таныша. Сәфәр Ағиҙел йылғаһының төп яры буйлап сәйәхәт менән тамамлана.
– Өйгә киске 11-ҙәр тирәһендә ҡайтып еттек, ныҡ арыныҡ, әммә ҡәнәғәт ҡалдыҡ, – тип һөйләй Асия Камил ҡыҙы. – Оҙатыусыларыбыҙға хәстәрлек өсөн ҙур рәхмәт. Улар төркөмдән тороп ҡалмауыбыҙҙы тәьмин итте, беҙҙең хәлде һорашып торҙо. Кәрәк булғанда автобусты туҡтатты. Экскурсиянан ҡәнәғәт ҡалдым, киләһе йылда ла “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектында ҡатнашырға уйым бар. Мәсетлеләрҙе был проектҡа ҡушылырға саҡырам, сөнки сәфәр барышында күп яңылыҡ менән танышаһың, үҙең өсөн файҙалы нәмәләр беләһең.
Ләйсән АБЗАНОВА.