Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Май , 11:55

Яҡшы уҡыу һәм әүҙемлек өсөн бүләк

Балалар сәнғәт мәктәбе отличниктары һәм активистары өсөн Өфө ҡалаһына ике көнлөк экскурсия ойошторолдо.

Яҡшы уҡыу һәм әүҙемлек өсөн бүләк
Яҡшы уҡыу һәм әүҙемлек өсөн бүләк

Тәүге көндә балалар Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Сергей Прокофьевтың “Ромео һәм Джульетта” балетын ҡараны.
– “Ромео һәм Джульетта” балетында артистар ғәжәйеп бейеү телендә төп геройҙарҙы солғап алған хис-тойғоларҙы аңлата алды, был балет бер кемде лә битараф ҡалдырмай, – тип һөйләй көслө тәьҫораттар алған балалар.
Һуңынан Ағиҙел йылғаһының бейек ярында Өфөгә “көньяҡ ҡапҡа”нан килгән һәр кемде ҡаршылаған милли батыр Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә булдылар.
Икенсе көндө балалар тәжрибәле экскурсовод менән Өфөнөң төп иҫтәлекле урындары буйлап йөрөнө, ул республиканың баш ҡалаһындағы иҫтәлекле урындар һәм кешеләр тураһында һөйләне. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле, батырлыҡ символы булараҡ, балаларҙы хайран итте.
Милли музей ҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йәш мәсетлеләр баш ҡаланың үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде. Балалар музей хеҙмәткәрҙәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән тыңланы, төрлө экспозициялар менән танышты.
– Балалар ҡәнәғәт ҡалды, бик күп ыңғай хис-тойғолар, тәьҫораттар алып ҡайтты. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәтте балалар сәнғәт мәктәбе директоры Лариса Фәхретдинова менән икебеҙ ойошторҙоҡ, – тип һөйләне педагог Елена Крючкова.
Уҡыусыларҙы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Елена Крючкова менән Зөлфиә Сафонова, шулай уҡ ата-әсәләрҙән Светлана Таксанова оҙатып йөрөнө. Уҡыусыларҙы водитель Юрис Әх- йәмов алып барҙы.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: