Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
«Әлеге ваҡытта төбәк был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында икенсе, ил кимәлендә 12-се урынды биләй. Ләкин Башҡортостандың потенциалы күпкә юғарыраҡ», — тип ышана Назаров.
Туристик индустрия — юғары конкуренцияға һәләтле сектор, тип билдәләне Премьер-министр. Заманса инфраструктура, юғары кимәлдә хеҙмәтләндереү, танылыу уңышлы үҫеш өсөн мөһим, республикала был йүнәлештә ҙур эштәр башҡарыла.
Быйыл Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә 1,9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Атап әйткәндә, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә 1,5 миллиард һум самаһы суммаға федераль фондтар йыйылған, улар 2023-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Бүленгән аҡсаның күп өлөшө инфраструктура һанын арттырыуға тотоноласаҡ. Башҡортостанда яңы модулле ҡунаҡханалар, глэмпингтар барлыҡҡа киләсәк, ҡунаҡханаларҙа бүлмәләр һаны артасаҡ.
Бынан тыш, Өфө үҙәгенең туристик потенциалын арттырыуға һәм үҫтереүгә күп көс һалынасаҡ.
«Дәүләт ярҙамы менән бөтәһе 3,79 миллиард һумлыҡ 150 инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ, шул иҫәптән инвесторҙар 2,29 миллиард һум аҡса һалырға ниәтләй», — тине Назаров.