Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Октябрь 2023, 09:35

Өлкән йәштәге мәсетлеләрҙе экскурсияға саҡыралар

Мәсетле районында 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм 60 йәште уҙған ирҙәрҙе Өфөгә бушлай экскурсия турына йыйыу дауам итә.

Өлкән йәштәге мәсетлеләрҙе экскурсияға саҡыралар
Өлкән йәштәге мәсетлеләрҙе экскурсияға саҡыралар

Урындар һаны сикләнгән. Программала ҡатнашыусылар түбәндәге хеҙмәттәр менән бушлай файҙалана: трансфер (барып-ҡайтыу), страховка, маршрут буйынса экскурсия (8-10 сәғәт), гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр оҙатыуы, эсәр һыу.
Турҙа ҡатнашыу өсөн “Долголетие.соцтуризмрб.рф” порталында теркәлергә һәм экскурсияға заказ бирергә кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Йылына бер тапҡыр бушлай Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығырға мөмкин. Быйыл республиканың баш ҡалаһына “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты буйынса Мәсетле районынан 76 кеше барҙы.
Программала теркәлгәндә ярҙам кәрәк икән, 8 (34770) 2-17-85, 8-927-321-99-44 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

Автор: