Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Май 2023, 12:15

Уҡыусы баланы нисек “Мәктәп туризмы” проекты буйынса бушлай сәйәхәткә ебәрергә?

Мәктәп туризмы программаһы республикала тәүге тапҡыр 2022 йылдың сентябрендә старт алды. Унда 5 – 9 кластарҙан бөтәһе 11 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Быйыл “Мәктәп туризмы” проектын тормошҡа ашырыуға республика федераль бюджеттан 188,7 миллион һум алды. Тағы ла 75,5 миллион һум – республика ҡаҙнаһынан ҡушып финанслау. Уның ярҙамында йыл аҙағына тиклем 5 – 9 кластарҙа белем алған 38 мең уҡыусы республика буйлап сәйәхәткә сыға аласаҡ.

Уҡыусы баланы нисек “Мәктәп туризмы” проекты буйынса бушлай сәйәхәткә ебәрергә?
Уҡыусы баланы нисек “Мәктәп туризмы” проекты буйынса бушлай сәйәхәткә ебәрергә?

Мәктәп уҡыусылары өсөн проект Мәғариф министрлығы менән берлектә эшләй. Проектта ҡатнашыу өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Сәйәхәт ваҡыты 24 сәғәт тәшкил итә. Бер балаға тур хаҡы – ете мең һум: был хаҡҡа трансфер (отелгә тиклем транспортта алып барыу һәм кире алып ҡайтыу), ҡунаҡханала йәшәү, страховкалау, мәҙәни-танып белеү экскурсиялары, иҫтәлекле урындарға, Башҡортостандың туристик объекттарына барыу, патриотик тәрбиә йәиһә мәҙәни-тыуған яҡты өйрәнеү характерындағы оҫталыҡ дәрестәре, гид-инструкторҙар-ҙың хеҙмәттәре инә.
Мәсетле уҡыусылары проектта икенсе йыл ҡатнаша. Быйыл 15-16 майҙа Башҡорт гимназияһы, Яңы Яуыш, Әбдрәхим мәктәптәре уҡыусылары, ишле ғаиләләрҙән, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, олимпиада һәм конкурс еңеүселәре, балалар хәрәкәте әүҙемдәре “Өфө – Рәсәйҙең ҡунаҡсыл баш ҡалаһы” турында ҡатнашты.

Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2023 йылдың 26 майҙың  21е һанында уҡығыҙ.

Автор: