“Был программа тураһында “Мәсетле тормошо” гәзитенән белдем, барыһын да ентекләп уҡып сыҡтым, күрһәтелгән сайтта үҙеңә теркәлергә мөмкин ине, ләкин мин район хакимиәтенә шылтыраттым, унда сәфәргә яҙҙылар, – тип һөйләне туристарҙың береһе Рәсимә Рафиҡова. – Билдәләнгән көндө иртәнге сәғәт һигеҙҙә 18 кешенән торған ҙур компания менән район хакимиәте бинаһы алдында йыйылдыҡ, унда беҙҙе уңайлы “Форд” көтә ине. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Салауат районына юл тоттоҡ. Юлға һауыттарға ҡойолған һыу һәм маршрут ҡағыҙын тараттылар. Беҙҙең менән шулай уҡ оҙатыусы һәм медицина хеҙмәткәре булды. Һәр кемдең кәйефе яҡшы, күтәренке ине.
Һәм бына бер аҙ ваҡыттан һуң Мәсетле ауылына килеп еттек, унда төркөмдө Сәриә исемле гид ҡаршы алды. Тап ошонан башланды беҙҙең онотолмаҫлыҡ сәйәхәтебеҙ.
Тәүҙә мәсеттә булдыҡ, ул ике өлөшкә бүленгән. Бер бүлмә – ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе, икенсеһе – этнографик йорт. Икенсе өлөшөндә иләү, туҡыу станогы, Салауат районы Мәсетле ауылы кешеләре ҡулы менән яһалған тауарҙар күргәҙмәһе урынлаштырылған. Шулай уҡ 280 миллион йыл элек булған таштарҙы күрһәттеләр.
Халыҡ-ара әһәмиәттәге “Мәсетле” стратиграфик киҫелешендә булдыҡ. Был уникаль объект Пермь системаһының Көнгөр ярусы аҫҡы сигенең эталон киҫелеше булып тора. 280 миллион йыл элек диңгеҙ төбөндә формалашҡан тау тоҡомдары ҡатламы тап ошо киҫелештә тулыраҡ күрһәтелгән һәм шул осорҙоң ҡаҙылма организмдары күп. Быларҙың барыһы ла миллион йылдар элек был урында “Йылы” диңгеҙ булғанын иҫбатлай. Бында ҡарарлыҡ урындар бар ине, шуға күрә һәр аҙым һайын фотоға төштөк.
Артабан беҙҙе “Геопарк йөрәге”нә алып барҙылар, унда үҙенсәлекле Ҡорғаҙаҡ сығанағын, боронғо һыу тирмәнен, шишмәне күрһәттеләр. Таш менән биҙәлгән ҡыуыштан сыҡҡан сығанаҡтың ҡеүәтле ағымы – секундына 120 литр.
“Ҡорғаҙаҡ” кафеһында беҙҙең өсөн махсус өҫтәл булдырылған ине. Унда бик туҡлыҡлы һәм тәмле ашаттылар.
Тамаҡ ялғап, хәл йыйып алғас, Салауат Юлаевтың тыуған Тәкәй ауылына юлландыҡ. 1775 йылда уны Пугачев бунтын баҫтырғандан һуң батша ғәскәрҙәре яндыра. Ауыл урынында иҫтәлекле стела урынлашҡан. Унан алыҫ түгел тағы ла бер иҫтәлекле урын бар – ул түңәрәк формалағы таштирмә.
Һуңынан сәйәхәтте Иҙрис мәмерйәһенә дауам иттек. Уға инеү юлы 45 метр бейеклектә урынлашҡан. Юлды меңдәрсә турист тапаған, шуға ла һуҡмаҡта уңайлы баҫҡыстар барлыҡҡа килгән. Мәмерйәгә ингән саҡта урман һәм йылғаға асылған онотолмаҫ күренеште үҙ күҙҙәрең менән күреү өсөн мотлаҡ туҡтап алырға кәрәк.
Сәйәхәтебеҙҙең финал нөктәһе – Малаяҙ ауылында урынлашҡан Салауат Юлаев музейы. Уға 1965 йылда нигеҙ һалынған. Музейҙа башҡорт тирмәһе йыһаздары, кейем-һалымы, эш ҡоралдары, геройҙың Балтика портындағы каторгала ғүмеренең һуңғы йылдары тураһындағы материалдар һәм кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ күпселек өлөшө Салауат Юлаев иҫтәлегенә бағышланған һынлы сәнғәт өлгөләре ҡуйылғайны.
Кирегә киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә ҡайтып төштөк. Бер аҙ арытылды, әммә барыһынан да ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Был сәйәхәт беҙгә киләсәктә тыуған төйәгебеҙҙең тағы ла нығыраҡ ғәжәйеп урындарын күрергә теләк тыуҙырҙы, дәрт өҫтәне”.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” акцияһында 55 йәштән алып ҡатын-ҡыҙҙар, 60 йәштән алып ир-егеттәр ҡатнаша ала. Бушлай экскурсияға йөрөү өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” сайтында теркәлергә йәиһә Мәсетле районы хакимиәтенә 45-се бүлмәгә килергә. Башҡортостан буйлап сәйәхәткә йылына бер тапҡыр бушлай сығырға мөмкин.
Программа эшләй башлағандан алып Мәсетле районынан 62 кеше бындай мөмкинлек менән файҙаланды.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-927-321-99-44, 8 (34770) 2-17-85.
Ләйсән АБЗАНОВА.