Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Август 2022, 15:20

“Тағанай”ға сәйәхәт

Йәйге каникулдарҙың иң ҡыҙған мәле. Һауа торошо ла ҡыуандыра. Барыһы ла был осорҙо рәхәтләнеп үткәрергә тырыша. Һәр кем күңеленә оҡшаған ялды һайлай: берәүҙәр көндәр буйы йылғала рәхәтләнеп һыу инә, ә икенселәр күп ваҡытын урманда үткәрә, еләк йыйыу менән шөғөлләнә, кемдәрҙер өйҙә генә ултыра, ә ҡайһылар яңы тәьҫораттар алыу өсөн сәйәхәткә юллана – яңы офоҡтар байҡай.

“Тағанай”ға сәйәхәт
“Тағанай”ға сәйәхәт

Бындай мөмкинселектән Йәштәр үҙәге активистары ла ситтә ҡалманы – улар Силәбе өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан “Тағанай” милли паркында булды.
Сәйәхәтселәрҙең етәксеһе Лилиә Орлова һүҙҙәренсә, төркөм 18 кешенән торған.
– Ике көнлөк сәфәр еңел булманы, әммә бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс килеп сыҡты, – ти ул. – Паркта беҙҙе Урал тауҙарының ҡырағай урмандары ҡаршыланы. Беренсе көндә 16 саҡрымдан ашыу ҡатмарлы юл үтелде, уның барышында ҙур таштар, текә һуҡмаҡтар, көслө ағымлы йылғалар аша сығыу урындары осраны. “Ике башлы сусаҡ” тауын яулау онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Беҙ 720 баҫҡысты үтеп, 1041 метр бейеклеккә күтәрелә алдыҡ. Уның түбәһендә иҫ китмәле күренештәр асыла: бер яҡтан – “Ҡаурый” һәм “Һарыҡташ” ҡаялары, икенсе яҡтан – Златоуст ҡалаһы һәм бөтә Тағанай. Хис-тойғолар көслө булды. Ныҡ арыуға, эҫе булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең беребеҙ ҙә ошо тауға артылыуға үкенмәй.
Икенсе көндө уникаль тәбиғәт күренеше – “Таш йылға”ла булдыҡ. Был йылға 10 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы ҙур таш киҫәктәренән тора. Оҙонлоғо – 5-6 километр, киңлеге – 25 метрҙан алып 250 метрға тиклем.
Иҫ киткес тәбиғәт күренеше, йәнле тәбиғәт менән аралашыу, усаҡта бешерелгән ризыҡ, палаткала ҡуныу – былар барыһы ла беҙҙең хәтерҙә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова