Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Июль 2020, 11:55

Ғаилә йолаһына тоғро ҡалып

Йәйге ялды планлаштырғанда күптәр әүҙем ял итеү яғын ҡарай. Йылға буйлап кәмәләрҙә ағып төшөү күптәрҙе ҡыҙыҡтыра.

Ҡайһы берәүҙәр өсөн ошондай ял төрө ғаилә йолаһына әүерелгән дә инде. Татьяна Миндиәхмәтовала бер тапҡыр һыу буйлап ағып төшөү ҙур тәьҫораттар ҡалдыра. 12 июлдән, бер төркөм туғандарын йыйып, Урал тауҙары йылғалары буйлап төшәләр. Быйыл Ҡариҙел йылғаһын һайлайҙар. Маршрут Дыуан районының Аяҙ ауылынан башланып, Ҡариҙел районының Ҡорош ауылында тамамлана. 25 кешенән торған төркөм ҡуртымға һал, 5 кәмә алып, онотолмаҫлыҡ сәйәхәткә сыға. Берҙәм ял туғанлыҡ ептәрен нығыта, ғаилә рухын күтәрә. Ғаилә фотоальбомына йәйге, ҡояшлы көндәрҙе хәтерләткән яңы фотоһүрәттәр өҫтәлә.
Улар тәбиғәт ҡосағында булып, яңы урындар күреп, матурлыҡҡа һоҡланып, күңелле ял итәләр. Иң иҫ киткес урындарҙы фотоға төшөрөп алалар. Бигерәк тә шарлауыҡ, Сабыҡ ҡаяһы, Салауат районының Урмантау ерҙәре хәтерҙәрендә уйыла. Тәбиғәттең матурлығына хайран ҡалып ҡайталар.
Ялға туҡтағанда усаҡ яғып, былау бешерәләр, шешлек ҡыҙҙыралар. Хатта үҙҙәре менән күмер самауыры алып, сәй ҡайнаталар. Самауыр сәйе үҙенә генә хас бер тәм бирә, уны башҡа сәйҙәр менән бутау мөмкин түгел.
Музыка ҡоралдарында уйнау – иң хәтерҙә ҡалғанылыр. Ҡумыҙ, баян көйҙәре алыҫҡа ишетелеп, ҡалаҡта, гитарала уйнаған көйҙәр ғәжәп күренеш хасил итә. Башҡа сәйәхәтселәргә көнләшергә генә ҡала.
Татьяна Миндиәхмәтова һәм уның туғандары йылға буйлап сәйәхәткә мотлаҡ сығып ҡарарға кәрәк тип иҫәпләй. Бының өсөн тәүҙә тыныс йылғаны һайларға, көнөнә ике сәғәтлек юл, йылғанан ваҡытынан алдараҡ сығыу мөмкинселеген күҙаллап, маршрут билдәләргә кәрәк. Ә иң ышаныслыһы, шундай сәйәхәттә булғандарға ҡушылырға, уларҙан тәбиғәт шарттарында йәшәргә өйрәнергә.
Фото ғаилә архивынан.