Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Март 2020, 16:00

“Ника” туристик агентлығы

Бына яҙға ла аяҡ баҫтыҡ. Отпускылар мәленә лә әллә ни күп ҡалмай. Уны нисек итеп үткәреү тураһында хәҙер күптәр уйлана. Минең әңгәмәсем – Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ника”туристик агентлығы хужабикәһе, һәр мәсьәләлә үҙ ҡарашы булған Оксана Окунцева.

– Оксана, был ауыл ере өсөн ғәҙәти булмаған һәм ҡыҙыҡлы бизнесҡа нисек килдегеҙ?
– Ниндәй өлкәлә үҙ эшемде башларға икәнлеген әсәйем Анна Константиновна әйтеп ебәрҙе. Был эштең нимәнән ғибәрәт булыуын күҙ алдыма килтермәгән килеш шәхси эшемде астым. Барыһына ла үҙем өйрәндем. Яҡындарым ҙур ярҙам күрһәтте.
– Һеҙҙең агентлыҡ ниндәй хеҙмәттәр күрһәтә? Ниндәй йүнәлеш буйынса эшләйһегеҙ һәм клиенттарығыҙ кем?
– Беҙ турҙар, самолеттарға һәм поездарға билеттар һатабыҙ. Төп клиенттарыбыҙ – үҙебеҙҙең, шулай уҡ Дыуан һәм Балаҡатай райондары халҡы. Рәсәй буйлап интернет селтәре буйынса хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Районыбыҙ халҡы араһында ял өсөн иң популяр йүнәлештәр – Төркиә, Рәсәй, Таиланд, Гоа, Ғәрәп Әмирлектәре һәм баш-ҡалар.
– Ял итеүселәр ҡайһы аэропорттар хеҙмәттәре менән йышыраҡ файҙалана?
– Районыбыҙҙың уңайлы урынлашыуы халыҡҡа үҙе теләгән аэропортты һайлау мөмкинлеге бирә. Улар Өфөнән, Екатеринбургтан, Силәбенән, Ҡазандан, Пермдән, Төмәндән ултыра.
– Ҡайһы осорҙа кеше күп була? Ә халыҡ йөрөмәгән ваҡыттарҙа нимә эшләйһегеҙ?
– Сезон марттан сентябргәсә дауам итә. Бер юлы мин “Эйвон” компанияһы менән хеҙмәттәшлек итәм һәм “Эйвон” үҙәге астым. Курьерҙар беҙҙең офисҡа заказдарҙы килтерә, ә вәкилдәр уларҙы килеп ала. Беҙҙең аша быны эшләү уңайлыраҡ та, осһоҙораҡ та: сират юҡ, кире ҡайтарыуҙы бушлай башҡарабыҙ, ә иң мөһиме, продукцияға тестерҙар бар. Клиенттарға уңайлы бул-һын өсөн Оло Ыҡтамаҡ буйынса илтеп биреү хеҙмәте күрһәтәбеҙ.
– Һеҙҙең хеҙмәттәрҙең өҫтөнлөгө?
– “Ника” турагентлығы юридик берәмек булараҡ теркәлгән. Беҙ клиенттар сәфәр-ҙән йөрөп ҡайтҡансы улар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әгәр сәфәргә бара алмаһағыҙ, һеҙҙең аҡсаны ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Мин һәр клиенттың хәле менән шәхсән ҡыҙыҡһынып торам, Whatsapp һәм “Бәйләнештә” төркөмө аша улар менән яҙышам, телефон аша консультация бирәм.
Беҙ эш көндәрендә 10.30-ҙан 17 сәғәткә тиклем эшләйбеҙ, шәмбе – 10-дан 14 сәғәткә тиклем. Йәкшәмбе – ял. Беҙҙең адрес: Салауат Юлаев урамы, 8А. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-987-25-28-991, 8-965-94-264-09, 8-937-34-261-06.