Программаға ярашлы, улар ҡумыҙ музейында булды, унда музей директоры Нәзирә Әхкәмова уларға күргәҙмә экскурсия үткәрҙе. Экскурсияла йөрөүселәрҙе бигерәк тә донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдинов уйлап сығар-ған ҡумыҙ ғәжәпләндерҙе.
Артабан ҡунаҡтар “Өс изге” ғибәҙәтханаһына йүнәлде, унда өлкән священник Андрей Дмитриев менән аралашты.
Туристарҙы үҙәк район китапханаһы эргәһендә Мостай Кәримгә ҡуйылған мәрмәр бюст та ҡыҙыҡһындырҙы.
Йәмғиәт ағзалары ҙур теләк менән Башҡортостандың популяр шифаханаларының береһе “Ҡарағай”ҙы барып күр-ҙе. Беҙҙең яҡтың ғәжәйеп матур тәбиғәте: бейек ҡарағайҙары, саф һауаһы һәм һыуы таң ҡалдырҙы.
2007 йылда 1773 – 1775 йылдарҙағы крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған пушка рәүешендәге мемориал да уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Сәфәрҙәгеләрҙе айырыуса мауыҡтыр-ғыс панорама күренеше һоҡландырҙы.
Артабан ҡунаҡтарҙы Әләгәҙ ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Ҙур булмаған концерттан һуң, туристарҙың маршруты башҡорт милли геройы Салауат Юлаев эҙҙәре һәм мифик урындар буйлап дауам итте. Әләгәҙ ауыл кешеһе, йәмәғәт эшмәкәре Салауат Камалиев етәкселегендә делегация монах ерләнгән урынға йүнәлде. Йәмғиәт ағзалары бары тик заманында Салауат Юлаев туҡталып киткән Өнташ мәмерйәһенә генә бармай ҡалды, ләкин улар беҙҙең яҡтарға әйләнеп килергә вәғәҙә итте.
Туристик экскурсия ҡунаҡтарҙың береһен дә битараф ҡалдырманы, күрелгәндәрҙән барыһы ла бихисап ыңғай хис-тойғолар алды. Башҡарма директор урынбаҫары Леонид Соколов менән Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе советнигы Галина Евдищенко сығыштарында бындағы тәбиғи объекттар-ҙың уникаллеген билдәләне. Шундай матур урында булып китеү мөмкинлеге биргән өсөн улар муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға рәхмәт әйтте һәм Мәсетле районында туризмды үҫтереү өлкәһендә артабанғы хеҙмәттәшлеккә теләк белдерҙе.