Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Июль 2018, 13:49

Районда экопарк булырмы?

Динар Ғиниәтов – крәҫтиән хужалығы башлығы. Уның эш төрө – йәшелсәлек, спорт, туризм һәм балыҡсылыҡ. Хыялы – экологик яҡтан таҙа йәшелсәләр үҫтереү.

Ул ҡуртымға 30 гектар тирәһе ер алған. Ҡырсынды күле эргәһендәге участкаһында ҡыяр һәм помидор үҫтереү өсөн теплица комплексы төҙөргә уйлай. Әлеге ваҡытта ер һөрөлгән, киләсәктә бында ер еләге үҫәсәк.

Йүнсел кеше тынғы белмәй. Әлеге мәлдә магазин һәм интернет-кафе биналарын төҙөү эштәре бара. Менюға мотлаҡ төрлө салаттар, тандырҙа шашлыҡ һәм өйҙә әҙерләнгән билмән индереү планлаштырыла. Бында wi-fi системаһы аша бушлай интернет селтәренә инеү мөмкинлеге буласаҡ. Төҙөлөш июль айында тамамланырға тейеш булған, ләкин документтар менән ҡыйынлыҡтар тыуған.

Бөгөн Динар Ғиниәтов үҙенең интернет-кафеһынан Ләмәҙтамаҡ ауылындағы һыуһаҡлағысҡа, һуңынан Әгәрәү тауы мәмерйәһенә велосипедта маршрут асырға уйлай. Унда ял итеү урындары, велосипедтарҙы прокатҡа биреү буласаҡ, мангалдар ҡуйыласаҡ.

Динарҙың һәр бер башланғысын ҡатыны Альбина хуплай һәм ярҙам итә. Уларҙың татыу ғаиләһендә өс ул тәрбиәләнә.

Биш йыл эсендә эшҡыуар башлаған ҙур проектын тамамларға уйлай. Унда ял итергә, буш ваҡытты үткәрергә мөмкин. Экопарк – ул тормош мәшәҡәттәренән, шау-шыуҙан арынып, тәбиғәт ҡосағында уңайлы шарттарҙа ләззәт алыу өсөн бик яҡшы мөмкинселек.

Буласаҡ парк урынында Динар 300-ҙән артыҡ үҫенте ултыртҡан. Эшҡыуарҙың төп маҡсаты – тәбиғәтте һаҡлау, уның матурлығын һәм байлығын кешеләргә күрһәтеү. Ҡырсынды күлен бөгөн үлән баҫҡан. Динар уны таҙартып, балыҡ үрсетергә ниәтләй. Шулай уҡ кешеләр бында кәмәләрҙә, катамарандарҙа йөрөй ала. Күлгә аҡҡоштар, өйрәктәр төшә, был урындарҙа йыш ҡына ҡоралайҙар, ҡуяндар, төлкөләр күренә. Беҙҙең яҡта тәбиғәт иҫ киткес матур. Экологик парктың кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында бәхәсләшергә була. Ләкин, һис шикһеҙ, бындай изге эштәрҙе хуплау зарур.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.