

Һуңғы этапта һыу алыу майҙансығы эшләнгән, шул уҡ ваҡытта һыу үткәргестең линия өлөшөн һалыу буйынса эштәр алып барыла: планлаштырылған 17 километр һыу үткәргестең 5 километры һалынған. Һыу торбаһын Ыҡ йылғаһы аша үткәреү уңышлы башҡарылған – ул горизонталь ауыш быраулау ысулы менән Шишмә урамына сығарылған.
Подрядсы ҡуйылған скважиналарҙан һыу сифатына производство контролен былтырҙан уҡ алып бара. 2025 йылдың көҙөндә һәм 2026 йылдың ҡышында һайлап алынған өлгөләрҙе лабораторияла тикшереү һөҙөмтәләре һыу сифатының билдәләнгән нормаларға тап килеүен дәлилләй.
20 майҙа Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, “Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь комплексының эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралыҡ” учреждениеһы вәкиле Артур Ишмөхәмәтов һәм “Интегра” йәмғиәте директоры Сыңғыҙ Ҡорбанғәлиев ҡатнашлығында әлеге объект буйынса техник кәңәшмә уҙҙы. Осрашыу барышында Оло Ыҡтамаҡ ауылы сиктәрендә һыу үткәргес һалыу мәсьәләләре тикшерелде.
Шул уҡ көндө Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре күҙәтеүе аҫтында һыу һур- ҙырып алынды һәм өлгөләр анализ өсөн ебәрелде.
Беҙҙең хәбәрсе.