Бөтә яңылыҡтар

Ҡорғаттар ҙа газлы буласаҡ

2021 йылда Дәүләт думаһы участкаға газды бушлай үткәреү тураһында закон ҡабул итте. Хәҙер тораҡ пунктта һалынған газ торбаһы участка сигенә тиклем дәүләт иҫәбенә үткәрелә. Ҡулланыусы үҙ участкаһы сигенән йортҡа газ торбаһы һалыу, газ ҡорамалдары (газ ҡаҙаны, һыу йылытҡыс, торба, плитә, счетчик һәм башҡа) һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн түләй.

Ҡорғаттар ҙа газлы буласаҡ
Ҡорғаттар ҙа газлы буласаҡ

Газ үткәреү рейтингы буйынса был программаны тормошҡа ашырыу осоронда Башҡортостан Республикаһы ил буйынса алдынғы позицияға сыҡты. Газ үткәреү эштәре Мәсетле районын да урап үтмәне. 2021 йылдан районда ауылдарға газ үткәреү әүҙем бара. Шул уҡ ваҡытта газ булмағандарына ла зәңгәр яғыулыҡ үтә. Тиҙҙән Ҡорғат ауыл биләмәһе халҡы ла газ менән ҡулланасаҡ.
Ауыл биләмәһенә өс ауыл – Ҡорғат, Юлай һәм Тимербай инә. Уларҙа 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. 2023 йыл аҙағында “ОНИКС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошмаһы ауыл-ара газ үткәргесен һалды. Ә ауылдарҙа эштәрҙе “Дом+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
Подрядсылар торбалар һалыу буйынса эштәрҙе быйыл июнь уртаһында башланы, бөгөнгө көндә Тимербай ауылында газ торбалары участкалар сигенә еткерелгән. Ҡорғат ауылының Йылға аръяғы урамында торбалар һалынған, өрҙөрөлгән (был торбаларҙа саң ҡалмаһын өсөн кәрәк). Август дауамында Ҡорғат ауылының Йәштәр, Азатлыҡ һәм Ленин урамдарында эштәр башҡарыу, ә сентябрь уртаһына уларҙы тулыһынса Юлай ауылында тамамлау күҙаллана.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа шарттары арҡаһында эштәр бер аҙ кисектерелде, ләкин беҙ үҙ эшебеҙҙе намыҫлы башҡарабыҙ. Беҙҙең компанияның был өлкәләге эш тәжрибәһе 10 йылдан ашыу. Командала үҙ эшенең профессионалдары эшләй, – тип һөйләй подряд ойошмаһы мастеры Ринат Бәширов. – Ауыл биләмәһе башлығы Илфат Мәүлекәев эш барышы менән генә ҡыҙыҡһынмай, ауырлыҡтар килеп тыуғанда ярҙам да күр-һәтә. Торлаҡ менән тәьмин итте, шуға күрә юлға ваҡыт сарыф итмәйенсә, тыныс эшләй алабыҙ.
Участка сигенә тиклем газ торбаһы һалынғандан һуң Мәсетле районы буйынса “Газпром газ бүлеү Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йортҡа тоташтырыуға тотонасаҡ. Был эштәрҙе 2025 йылдың ғинуарында башлау планлаштырыла. Әммә тәүҙә халыҡҡа газ тоташтырыу тураһында килешеү төҙөргә кәрәк. Бының өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 5-се йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итергә (үҙең менән йортҡа һәм ер участкаһына хоҡуҡ билдәләүсе документтар, шулай уҡ паспорт, ИНН һәм СНИЛС булырға тейеш).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республикала 2019 йыл аҙағынан Радий Хәбиров инициативаһы буйынса льготалыларға йортҡа газ үткәреүгә сертификат бирелә. Уны әлегә газға тоташтырылмаған шәхси йортта йәшәүселәр, түбәндәге категорияларҙың береһенә ҡараған: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, инвалид балалары булған ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр алырға һоҡуҡ.
Сертификат менән газ үткәреү проектын, төҙөлөш-монтаж эштәрен, газ ҡорамалдарын: плитә, газ ҡаҙаны, колонка, газ счетчигы, газ анализаторы менән тәьмин итеүҙе һәм монтажлауҙы түләргә мөмкин.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Ҡорғаттар ҙа газлы буласаҡ
Ҡорғаттар ҙа газлы буласаҡ
Автор: