Өс ҡатлы дауахана корпусын реконструкциялау һәм хужалыҡ бинаһын төҙөү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алып барыла. Яңыртылған һәм заманса стандарттарға тап килтереп йыһазландырылған дауахана корпустары йыл аҙағына тиклем асыласаҡ.
Объектта төп эштәр тамамланған. Электр, һыу менән тәьмин итеү, канализация, вентиляция системаларын һуҙыу кеүек инженер эштәре тулыһынса башҡарылған. Фасадты йөҙләү, йылылыҡ трассаһын һалыу тамамланған, бинаға йылы бирелгән. Дауахана биләмәһен төҙөкләндереү һәм эске биҙәү эштәре ҡалған.
Бина бөтә нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәп төҙөкләндерелгән. Беренсе ҡатта – рентген кабинеты, компьютер томографияһы, УЗИ, ФГДС, функциональ диагностика кабинеттары, икенсе ҡатта – тәүлек әйләнәһенә эшләгән 13 койкалыҡ балалар бүлеге, физиотерапия һәм массаж кабинеттары, өсөнсө ҡатта тәүлек әйләнәһенә эшләгән 21 койка-урынлыҡ терапия бүлеге урынлаштырыу күҙаллана.
Хужалыҡ блогының аҫҡы ҡатында дезинфекция бүлексәһе һәм кер йыуыу бүлмәһе, икенсеһендә аҙыҡ-түлек блогы, өсөнсөһөндә ашығыс диагностика лабораторияһы урынлашасаҡ.
Айгөл ШАРАПОВА.