Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
18 Сентябрь 2023, 11:25

Барыһы ла бәхетле бала саҡ өсөн

Оло Ыҡтамаҡ ауылында балалар автоҡаласығын төҙөү эштәре башланды. Проекттың дөйөм хаҡы 985 мең һум тәшкил итә.

Барыһы ла бәхетле бала саҡ өсөн
Барыһы ла бәхетле бала саҡ өсөн

Төҙөкләндереү объекты район халҡы тарафынан муниципалитеттарға йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, шул иҫәптән уйын һәм балаларҙы үҫтереү өсөн билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биргән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса тауыш биреү сиктәрендә һайлап алынды.
Автоҡаласыҡ балалы ғаиләләр йәшәгән “йәш” биҫтәлә – “Көньяҡ” ял һәм мәҙәниәт паркы (Мелиораторҙар урамы) биләмәһендә урынлаштырыла, унда бөгөн балалар өсөн уйын элементтары, эскәмйәләр, япмалы спорт тренажерҙары ҡуйылған. Бында балалар, шулай уҡ өлкәндәр ҙә йөрөргә ярата.
Автоҡаласыҡта бәләкәй мәсетлеләр кесе йәштән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнә аласаҡ. Бында барыһы ла ысын юлдағы кеүек буласаҡ: асфальт-бетон япма, һыҙаттар һәм билдәләр, йәйәүлеләр үткәүеле, туҡталыш майҙансыҡтары, светофорҙар – юл инфраструктураһы миниатюраһы. Автоҡаласыҡ, һис шикһеҙ, бөтә балаларҙың да яратҡан урынына әйләнәсәк.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса был объекттан тыш, Мәсетле районында тағы ла ике объект төҙөкләндереләсәк.
Айгөл ШАРАПОВА.

Автор: