Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Подъезд яңыртылды

Мәсетле районында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау мәсьәләһе киҫкен тора.

Подъезд яңыртылды
Подъезд яңыртылды

Шуға бәйле төбәк операторы менән эшлекле осрашыуҙарҙың береһендә хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин подъездарҙы капиталь ремонтлау тураһында мәсьәләне күтәрҙе. Эшлекле осрашыуҙан һуң күп фатирлы йорттарҙың береһенең подъезын ремонтларға ҡарар ителде.
Шулай итеп, Тыныслыҡ урамындағы 1-се йорт подъезының инеү урынын ремонтлау эштәре башҡарылған: козырек ҡуйылған, баҫҡыс һәм күтәрмә ремонтланған, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, тышҡы ағас ишектәр тимер ишектәргә алмаштырылған.
Подъезд эсендә беренсе ҡатта плитка ҡатламы тергеҙелгән, иҙәндәр алмаштырылған. Шулай уҡ баҫҡыс яндауырҙары һәм рәшәткәләр ремонтланған, штукатур-маляр эштәре башҡарылған.
Электр-монтаж эштәре барышында насар хәлдәге ҡоролмалар алмаштырылған. Электр линиялары пластик ҡаптарға йәшерелгән, иҫке һүндереү-яндырыу ҡоролмаһы яңыртылған. Бынан тыш, подъезда яҡтыртҡыстар энергияны күп сарыф итмәгәненә алмаштырылған һәм хәрәкәт датчиктары менән йыһазландырылған.
Эштәр милекселәр һәм Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә атҡарылған. Башҡарыусы – “Стройгрупп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Бөтә эштәр май аҙағынан июлгә тиклем башҡарылды.

Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Подъезд яңыртылды
Подъезд яңыртылды
Подъезд яңыртылды
Автор: