Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
19 Сентябрь 2022, 10:30

Колледж филиалы бинаһы яңыртыласаҡ

Быйыл Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Дыуан күп профилле колледжы филиалы бинаны капиталь ремонтлауға аҡса алды.

Колледж филиалы бинаһы яңыртыласаҡ
Колледж филиалы бинаһы яңыртыласаҡ

Уҡыу йорто башҡа төбәктәр менән сиктәш булған Башҡортостан колледждарының матди-техник базаһын яңыртыуға комплекслы ҡараш нигеҙендә капиталь ремонтҡа финанс средстволар бүлеү буйынса кәңәшмә йомғаҡтары һөҙөмтәһендә яңыртыла. Төбәк бюджетынан филиалға 54 миллион 600 мең һум бүленгән.
Әйтергә кәрәк, Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы конкурентлыҡҡа һәләтле профессиональ уҡыу йорттарының береһе булып тора. Мәсетле генә түгел, Балаҡатай районы, шулай уҡ Свердловск өлкәһенән күп һанлы абитуриенттар был уҡыу йортон һайлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: студенттарҙы ҡабул итеү 25 ноябргә тиклем дауам итә.
Йыл һайын уҡыу йылы башланыр алдынан кабинеттарҙа косметик ремонт үткәрелә. Былтыр коридорҙа уҡыу йорто аҡсаһына ремонт эшләнгән. Әммә бинаға тағы ла күләмлерәк яңыртыу талап ителә.
Эштәрҙең подрядсылары булып бер нисә ойошма сығыш яһай, уларҙың һәр береһенең үҙ яуаплылыҡ өлкәһе бар. Стена, иҙән-түшәмдәрҙе ремонтлау өсөн урындағы “Тепловик” йәмғиәте яуаплы.
Капиталь ремонт барышында оҫтахана кабинеттарын киңәйтеү ҡаралған: йәнәшә ике ҙур булмаған бүлмәләрҙең стеналарын алып, иркен бер бүлмә булдырыласаҡ. Өсөнсө ҡатта урынлашҡан ятаҡта бүлмәләр һаны артасаҡ. Хәҙер бында 38 студент йәшәй, ремонттан һуң урындар һаны 68-гә етәсәк. Бының өсөн өсөнсө ҡатта урынлашҡан кабинеттар торлаҡ бүлмә итеп йыһазландырыласаҡ, шулай уҡ дәрестәрҙән һуң үҙ аллы әҙерләнеү кабинеты ойоштороласаҡ.
Дөйөм ятаҡта студенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар бар: һалҡын һәм эҫе һыу, йылы бина, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бәҙрәфе, душ кабинаһы, аш-һыу әҙерләү өсөн аш-һыу бүлмәһе, өҫтәлдәр, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес. Ике душ бүлмәһе төҙөләсәк.
Уҡыу йортоноң икенсе ҡатында дөйөм бәҙрәф икегә – ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бүленеп эшләнәсәк, ошонда уҡ душ бүлмәһе йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, Дыуан күп профилле колледжының үҙенең конференция залы буласаҡ.
Бөтә бина буйынса (уҡыу йорто 1969 йылда төҙөлгән) инженер селтәрҙәре – һыу үткәреү, канализация, электр селтәре – яңыртыласаҡ. Ағас тәҙрәләр – пластикка, иҙәндәр плиткаға алмаштырыласаҡ, ҡыйыҡ өлөшләтә ремонтланасаҡ, стеналар һәм түбәләр тигеҙләнәсәк. Һәр кабинетта раковина ҡуйыласаҡ.
Демонтажлау эштәре башланғансы барлыҡ уҡыу йорто йыһаздары, уҡыу әсбаптары, макеттар һәм башҡа әйберҙәр сығарылған. Был әҙерлек эшендә өлкән курс студенттары коллективҡа ҙур ярҙам күрһәткән.
Хәҙер филиалда уҡытыу дистанцион форматҡа күсерелгән.
Светлана СЕРГЕЕВА.

Автор:Лариса Михалькова