Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙгә киләсәктәр

Республикала электр иҫәпләгестәрен бушлай тикшереү үткәрелә Электр энергияһы иҫәбе прибор-ҙарын тикшереү буйынса эштәр 30 ноябргә тиклем дауам итә. Барыһына ла ҡағылышлы һорауҙарға ҡыҫҡаса яуап бирәбеҙ.

Һеҙгә киләсәктәр
Һеҙгә киләсәктәр

Тикшереү ни өсөн кәрәк?
Ябайлаштырып әйткәндә, ул приборҙың етешһеҙлек дәрәжәһен һәм киләһе тикшереүгә тиклем арауыҡта артабан ҡулланыуға яраҡлымы-юҡмы икәнен билдәләргә мөмкинлек бирә. Ул һәр иҫәп приборының үҙенсә һәм приборҙың төрөнән, моделенән сығып, һигеҙ йылдан ун алты йылға тиклем тирбәлә.
Тикшереү ваҡыты сыҡҡан ҡоролмалар буйынса артабан коммерция иҫәбе алып барылмауын аңларға кәрәк. Беренсенән, закон талаптары шундай, ә икенсенән, был ҡулланыусының үҙенең мәнфәғәтендә, сөнки үҙ лимитын бөтөргән прибор сиктән тыш күп суммаға киловаттарҙы “өйөрә” башлауы ихтимал. Ә уны тикшермәйенсә йәки иҫәпләү приборы яраҡһыҙға әйләнмәйенсә яңыһы ҡуйылмаясаҡ, түләүҙәр норматив буйынса башҡарыласаҡ.

Тикшереүҙәр араһындағы интервалды нисек белергә?
Ул һәр иҫәпләү приборының паспортында күрһәтелгән. Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошманың да шундай мәғлүмәттәре бар. Бынан тыш, уларҙы “Аршин” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында үлсәүҙәрҙең берҙәмлеген тәьмин итеү буйынса федераль мәғлүмәт фондында белергә мөмкин. Әгәр иҫәпләү приборының документы юғалһа, ресурс менән тәьмин итеүсенең “Ҡыҙыу линия”һына шылтырата алмайһығыҙ, ә һеҙгә ниндәйҙер “эксперттар” шылтыратып, приборығыҙҙы тикшерергә ваҡыт, тип раҫлайҙар икән, нәҡ ошо система һеҙгә ярҙамға килер. Мутлашыусылар “тоҙағына” эләкмәҫ өсөн, әлбиттә, ысынлап та шулаймы, юҡмы икәнен асыҡлау яҡшыраҡ булыр.

Кем эш алып бара?
Ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк тикшереү тураһында һөйләгәндә, уны Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге һәм “Башкирэнерго” яуап-лылығы сикләнгән йәмғиәте үткәрә. Был эштәр шәхси секторҙа йәшәүселәргә һәм ошо компанияның яуаплылығы зонаһында булған юридик шәхестәргә генә ҡағыла. Хәйер, хәбәр- ҙә аныҡ ваҡыт тураһында әйтелеүе ресурс менән ҡулланыусыларға тикшереү һорап һуңыраҡ мөрәжәғәт итергә ярамағанлығын аңлатмай. Әгәр тикшереүҙәр араһындағы интервал, мәҫәлән, ҡыш йәки яҙ сыға икән, “Башкир-энерго”ның клиент офисына юлланығыҙ. Тикшереүҙе шулай уҡ бушлай үткәрәсәктәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: яңы иҫәпләгестәрҙе монтажлау кеүек үк, был эштәр 2020 йылдың июленән тәьмин итеүселәрҙең хәстәрлегенә инә. Әйткәндәй, 2022 йылдан приборға алмаштырыу талап ителгән осраҡта ресурс менән эшләүселәр тик “аҡыллы” системалар ҡуйырға бурыслы.

Белгестәрҙе өйгә индермәһәм, нимә була?
Беренсенән, ҡулланыусының ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларҙың үҙенең иҫәп приборына инеүен сикләргә хоҡуғы юҡ. Икенсенән, әгәр һеҙ ике тапҡыр белгестәрҙе өйгә индереүҙән баш тартһағыҙ, иҫәпләгес яраҡһыҙ тип таныла ала, ә иҫәпләүҙәр норматив буйынса башҡарыла башлаясаҡ. Әйткәндәй, Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге эксперттары һәм ресурс менән тәьмин итеүселәр алдан килешелгән ваҡытта килә.

Күп фатирлы йортта приборҙы кем тикшерер?
Тикшереү ваҡыты үткәс, быны гарантия биреүсе эшләйәсәк. Беҙҙең район өсөн ул – “Башэлектросбыт” (“Башҡортостан энергия һатыу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәм-ғиәте).
“Единая Россия-Башкортостан” гәзитенән.

Күҙ уңында тотоғоҙ!
Әгәр һеҙҙән электр иҫәпләгесен тикшергән өсөн түләү, өҫтәмә ҡорамал һатып алырға талап итәләр икән, быны мутлашыусылар ғына эшләй. Башҡа “коммерция тәҡдимдәре”нә килгәндә лә – шулай уҡ. Бындай хәлгә юлыҡһағыҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

Ҡыҙыу линиялар
ЭСКБ: 8 (800) 775-70-77.
8 (347) 222-22-00.
8 (347) 222-22-55.

“Башкирэнерго”
8 (800) 234-77-00.
БР-ҙағы Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге:
8 (347) 276-74-12.

“Аршин” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының үлсәүҙәрҙең берҙәмлеген тәьмин итеү буйынса федераль мәғлүмәт фонды сайты.

Һеҙгә киләсәктәр
Һеҙгә киләсәктәр
Автор:Лариса Михалькова