Элек йортҡа газ үткәреү өсөн байтаҡ аҡса кәрәк ине. Шуға күрә бик күп кешеләргә өйҙәрен утын менән йылытырға тура килде.
Йонос ауылынан Әлиә һәм Рафиҡ Хәйерзамановтар ғаиләһе 2008 йылда үҙ йортон һалып сыҡҡан. Уларҙың ғаиләһендә биш бала үҫә.
Йонос ауылына газ 2009 йылда уҡ үткәрелгән. Әммә ул саҡта Хәйерзамановтар йәшәгән Урман һәм Салауат Юлаев урамдары был проектҡа инмәй ҡалған. Шуға күрә был ике урам кешеләре “зәңгәр яғыу-лыҡ” менән тулыһынса файҙалана алмаған. Хәҙер программа ярҙамында мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
–Программа хаҡында район гәзите һәм интернеттан белдек, – тип һөйләй Әлиә Вәғиз ҡыҙы. – Ауылдаштар өсөн ул бик яҡшы ярҙам булды. Йортто утын менән йылытыуы ҡыйын: кистән мейескә яғам, ә иртәнсәк тороуға ул һыуына, шуға ла иртән барыһынан да алда тороп утынға сығып килергә, мейесте көл-күмерҙән таҙартып яңынан яғырға кәрәк. Ошо программаның барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ. Бынан тыш, шәхси йортҡа газ үткәреү өсөн 75 мең һум күләмендә сертификат алдыҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сертификатҡа Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәгән, шәхси торлаҡ йорттарҙың хужаһы булған йәиһә “аҙ тәьмин ителгән инвалид” һәм “инвалид балалары булған әҙ тәьмин ителгән ғаилә” категорияларына ҡараған граждандар менән берлектә өс йылдан ашыу йәшәгән, газ менән тәьмин ителергә тейешле шәхси торлаҡ йортҡа милек хоҡуғында өлөшө булған граждандар хоҡуҡлы.
Сертификаттың хаҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һуғыш инвалидтары өсөн – 100 мең һум. Башҡа льготалы категориялар өсөн сертификаттың номиналы 75 мең һум тәшкил итә.
Ләйсән АБЗАНОВА.