Конкурс һөнәрҙең иң яҡшы вәкилдәрен асыҡлау, торлаҡ-коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәренең профессиональ оҫталығын һәм абруйын күтәреү, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм алдынғы тәжрибәһен пропагандалау, эш биреүселәрҙең иғтибарын хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ үҫеше өсөн мөмкинлектәр, уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу кәрәклегенә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо.
Конкурс Дыуан ауылында Дыуан күп профилле колледж базаһында уҙҙы. Беренсе этапта коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре парта артына ултырып, теоретик белемдәрен баһалаған ҡәтғи комиссия алдында имтихан тотто, ә практик заданиеларҙы үтәгәндә – үҙҙәренең ысын оҫталығын күрһәтә алды.
Слесарҙар коммуникация узелдарын йыйыу һәм һүтеүҙә, электр менән иретеп йәбештереүселәр иретеп йәбештереү цехында йылдар буйына тупланған оҫталыҡтарын, тракторсылар ҡорос ат менән идара итеү таҫыллығын күрһәтте, ә ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары операторҙары һөнәри оҫталығын улар өсөн ғәҙәти булған урында – ҡаҙанлыҡта һынаны. Ярыш барышында бәйгеселәрҙең теоретик әҙерлек һәм практик оҫталыҡ кимәле генә түгел, эштәрҙең технологияһы, сифаты, хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, нормаларын үтәү, эштәрҙе башҡарыу ваҡыты ла баһаланды.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Мәсетле районы командаһы өсөнсө урынды алды. Шәхси зачетта Дмитрий Хәкимов (һүрәттә һулдан икенсе) электромонтерҙар араһында өсөнсө урынға сыҡты. Электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Ратмир Кулов һәм слесарь Хәлимулла Хөснөтдинов икенсе булдылар.
Айгөл ШАРАПОВА.