Саралар 1645 ҡаҙанлыҡта, дүрт мең йылылыҡ селтәрендә, 517 йылылыҡ пунктында һәм 16 меңдән ашыу һыу үткәргескә ҡағыла. Йәйге осорҙа бөтә республика буйынса 526 ҡаҙанлыҡ, 148 километр йылылыҡ селтәре, 241 километр һыу үткәргес селтәре ремонтланасаҡ йәиһә алмаштырыласаҡ.
Мәсетле районы хакимиәтенең төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса баш белгес Евгений Ушаков хәбәр итеүенсә, районда йылытыу миҙгеленә әҙерлек 30 процент тәшкил итә.
Яҙғыһын Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы күп фатирлы йорттар тикшерелде. Фатир хужаларының барыһы ла елләтеү каналдары һәм төтөн сығыу торбаларын тикшереү акттарын алды (20-се форма).
Күп фатирлы йорттарҙа иҫкәртмәләр булды, хәҙер улар бөтөрөлдө лә инде.
Әләгәҙ ауылының Совет урамындағы 1-се һәм 2-се һанлы күп фатирлы йорттарҙың елләтеү торбаларын алмаштырыу талап ителә. Бының өсөн 400 мең һум самаһы аҡса кәрәк.
Әле эштәр планға ярашлы башҡарыла, бөтә йорттарҙа ла преслау һәм селтәрҙәрҙе тикшереү эштәре башҡарыла. Сараларҙы өҙөү хәүефе янамай.
Учреждение һәм ойошмаларҙа йылытыу миҙгеленә йылылыҡ, газ һәм электр менән тәьмин итеү буйынса әҙерлек эштәре планға ярашлы бара.
“Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын модернизациялау һәм ремонтлау” программаһы буйынса һыу менән тәьмин итеү системаларын капиталь ремонтлауға төбәк бюджетынан ике миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был средстволарҙың яртыһы Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә 492 метр оҙонлоҡтағы һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлауға йүнәлтелгән. Икенсе яртыһы – быйыл Һөләймән ауылында һыу һурҙырғыс башняһын алмаштырыуға китәсәк.
Былтыр Оло Ыҡтамаҡ ауылында 670 метр һыу тәьминәте селтәре ремонтланған һәм һыу баҫымы башняһына алмаштырыу эштәре башҡарыл-ған.
Хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов рәйеслегендә йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса комиссияның техник кәңәшмәһе уҙҙы. Уның эшендә Көнбайыш Урал техник күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт энергетика күҙәтеүе бүлеге дәүләт инспекторы Константин Ушаков, яуаплылығы сикләнгән “Тепловик” йәмғиәте директоры Алмаз Хәйретдинов, район Мәҙәниәт йорто директоры Радик Шәрәфисламов, район мәғариф бүлегенең хужалыҡ-файҙаланыу контораһы начальнигы Ришат Ғайсин, яуаплылығы сикләнгән
“Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте начальнигы Радик Хәйбуллин, Мәсетле районының “ГИП-Электро” участкаһы начальнигы Динарис Шакиров, Мәсетле район электр селтәрҙәре станцияһының баш инженеры Зөфәр Мөбәрәкшин, “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының Мәсетле комплекслы хеҙмәте начальнигы Ринат Ғарипов ҡатнашты.
Ойошма вәкилдәре хәбәр итеүенсә, йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса бөтә эштәр план режимында алып барыла. Миҙгел башына әҙерлек 100 процент тәшкил итәсәк.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.