Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа милеккә капиталь ремонт яһау төбәк операторы республика муниципалитеттарында торлаҡ йорттарҙың ҡыйыҡтарына капиталь ремонт эшләүгә торг иғлан итте.
Республиканың ете ҡалаһында һәм 32 районында 223 өйҙөң ҡыйығын ремонтлау планлаштырыла. Тәүге контракт хаҡы 644,6 млн һум тәшкил итә, икенсеһенеке – 624,1 млн һум. Эштәр фатир хужалары иғәнәләре иҫәбенә финансланасаҡ.
Иң күп сығым (262,2 млн һум) Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 37 өйҙөң ҡыйыҡтарын капиталь ремонтлауға китәсәк. Республиканың Туймазы районындағы 25 биналағы
эштәрҙе 125,5 млн һумға баһалағандар. Бәләбәй районында 20 өйҙөң ҡыйығын тәртипкә килтереүгә 108,5 млн һум йүнәлтәсәктәр. Муниципалитеттар буйынса иң аҙ аҡса Миәкә, Ҡырмыҫҡалы һәм Нуриман райондарына бүленә – һәр районда 1,6-2,6 млн һумға берәр өй ҡыйығы ремонтланасаҡ.
Иң ҡиммәтле ремонт Нефтекамала биш ҡатлы өйҙә буласаҡ – 16 млн һум. Бәләбәйҙәге ике өйҙә 15,1 һәм 13,9 млн һумлыҡ ремонт көтөлә. Торгта ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 декабргә тиклем ҡабул ителә, аукциондар 6 декабргә тәғәйенләнгән. Контракт буйынса эштәр 2022 йылдың 1 ноябрендә тамамланырға тейеш.
Мәсетле районында 2022 йылға Оло Ыҡтамаҡ ауылының Тракт урамында 4-се өйҙөң ҡыйығын капиталь ремонтлау һәм Ленин урамындағы 9-сы өйҙөң ҡыйығын йылытыу планлаштырылған. Капиталь ремонт күп фатирлы йорттар фатирҙары хужаларынан капиталь ремонтҡа йыйылған аҡса иҫәбенә башҡарыла. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмовтың әйтеүенсә, капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙең йыйылыуы 86,9% тәшкил итә (йылына – 2,2 млн һум).
Капиталь ремонтҡа аҡса 2014 йылдан башлап йыйыла. Иғәнәләр буйынса дөйөм бурыс 2 млн 104 мең һум тәшкил итә. Был суммаға тағы ла бер күп фатирлы йорттоң ҡыйығын ремонтларға булыр ине.
Белешмә
Башҡортостандың 14 районында, шул иҫәптән Мәсетле районында капиталь ремонт өсөн иғәнәләр берҙәм түләү документына (единый платежный документ – ЕПД) индерелә.
Капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе түләү документы 2021 йылдың ноябренән айырым документ итеп ебәрелмәй. Фатир хужаларына иғәнәләрҙе ЕПД ҡағыҙында күрһәтелгән реквизиттар буйынса түләргә кәрәк буласаҡ. Әгәр түләү 2021 йылдың 20 ноябренә тиклем башҡарылһа, был түләү 2021 йылдың ноябре өсөн ЕПД квитанцияһында сағыласаҡ. Иғәнәне ошо көндән һуң түләгән осраҡта, түләү 2021 йылдың декабре өсөн ЕПД квитанцияһында иҫәпкә алынасаҡ.
Светлана СЕРГЕЕВА әҙерләне.