Яңы Мөслим ауылында юл ремонтлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсетле районына эш сәфәре менән килгәндә “Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юлановҡа ауылға инеү һәм үҙәк урам юлдарын ремонтларға ҡушты.

Эштәр 2 июндә башланды. 1300 метр юл участкаһында боҙолған асфальт-бетон ҡатламы яңыртып һалына. Юлдың киңлеге – алты метр. Шулай уҡ юл ситенә таш түгеләсәк, соҡор-ҙар тигеҙләнәсәк һәм юл билдәләре ҡуйыласаҡ. Горизонталь юл билдәһе ауылға ингән юлдағы күперҙән башлап Балаҡатай районы сигенә тиклем алты километр юлға һалынасаҡ.
Юл ремонтлау эштәрен 12 июнгә тамамлау планлаштырылған.