Бөтә яңылыҡтар

Сүп-сар мәсьәләһе актуаль ҡала

Яҙ бар халыҡ өй тирәһен һәм баҡсаларын таҙарта. Уның һөҙөмтәһе булараҡ, сүп контейнерҙары үлән, ағас ботаҡтары менән тула.

Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн халыҡҡа нимә эшләргә? Ул сүпте ҡайҙа итергә? Был һорау менән беҙ СМУ-18 подрядсы ойошмаһының Мәсетле районындағы участка начальнигы Радик Хәйбуллинға мөрәжәғәт иттек.
– Радик Тәүхит улы, хәҙер, ауылдарҙа күпләп территорияларҙы таҙартыу ваҡыты еткәс, халыҡ был сүп-сарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерҙарына һалырға мөмкинме, тип ҡыҙыҡһына?
– Ҡануниәткә ярашлы, баҡсаларҙан сығарылған сүп көнкүреш ҡалдығы булып иҫәпләнмәй. Улар өсөн бункерҙар булдырылырға тейеш. Әммә был бункерҙарҙы урынлаштырғанға тиклем халыҡ баҡсаларынан һәм йорттарынан сығарылған ҡороған үләндәрҙе, ағас ботаҡтарын, сүп ташыусы автомобилгә ҡамасауламаҫлыҡ итеп, контейнер янына һалып ҡуя ала.
– Сүп контейнерҙарына һәм уларҙың майҙансыҡтарына нимәләрҙе ташларға ярамай?
– Унда төҙөлөш эштәренән ҡалған сүп-сарҙы (ватылған кирбес, иҫке кафель, бетон киҫәктәре, штукатурка, обой киҫәктәре, иҫке линолеум, ишек һәм башҡалар) ташларға ярамай. Шулай уҡ ниндәйҙер бинаны һүтеп алғандан һуң ҡалған материалдарҙы, капиталь ремонттан һуң ҡалған сүпте, көл, күмер, терегөмөшлө лампаларҙы, ҡулланылған батарейкаларҙы, аккумулятор, малсылыҡ ҡалдыҡтарын (мәҫәлән, мал тиреһе) ташларға рөхсәт ителмәй. Быларҙың береһе лә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары исемлегенә инмәй. Бынан тыш, уларҙы сүп контейнерҙарына ташлау тирә-яҡ өсөн хәүеф тыуҙыра: батарейкалар менән терегөмөшлө лампалар ағыулы матдәләр бүлергә мөмкин, ә төҙөлөш материалдары янғын сығыу хәүефе тыуҙыра. Халыҡҡа мөрәжәғәтем шул: сүп контейнерҙарына барыһын дә ташларға ярамай. Ҡайһы берәүҙәр уны хатта таш һәм кирбес менән тултырып ҡуя. Хөрмәтле мәсетлеләр, тәбиғәттең таҙалығы тураһында уйларға кәрәк.
Мәсетле районы ауылдарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы:
Дүшәмбе, кесаҙна – Абдулла, Ключевой, Борғатъя, Буртаковка, Кесе Ҡыҙылбай, Мәләкәҫ, Октябрьск, Степной, Әжекәй, Салйоғот, Ләмәҙтамаҡ, Һабанаҡ, Һөләймән, Яңы Яуыш, Иҫке Мишәр, Оло Аҡа.
Шаршамбы, шәмбе – Әләгәҙ, Яңы Мөслим, Оло Ҡыҙылбай, Бурансы, Дыуан-Мәсетле, Йыланыш, Ҡаранай, Туҡбай, Ишәле, Тәкә, Теләш.
Дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе – Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
Шишәмбе, йома – Ғүмәр, Ҡорғат, Тимербай, Юлай, Аҙанғол, Көршәле, Яңы Мишәр, Ясин, Тайыш, Тимерәк, Йонос, Айып, Кесе Ыҡтамаҡ, Түбәнге Бобин, Үрге Бобин.