Субсидия алыусыларға һәр 6 ай һайын документтар тапшырырға кәрәк буласаҡ. Пандемия ваҡытында субсидиялары ябайлаштырылған тәртиптә оҙайтылғандар түләүҙәрҙе йәнә оҙайтҡанда, ҡайтанан иҫәпләү буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта субсидия алыусыға
биреп еткермәгән сумманың өҫтәп түләнеүе ихтимал. Ә инде артығын түләһәләр, уны кире ҡайтарырға тура киләсәк. Уҙған йылдың 1 апреленән 1 октябренә тиклем оҙайтылған субсидия буйынса артығын алғандарға уны кире ҡайтарырға кәрәкмәйәсәк.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия килеменең 22 проценттан ашыуын түләүгә сарыф иткән граждандарға ҡаралған.