Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡы юлдар: хәүефһеҙлеккә акцент

Ҡыш – юлсылар өсөн иң ауыр мәл.

Шыҡһыҙ бурандар, ҡар, боҙ юлдағы автомобилдәр хәрәкәтен ҡырҡа үҙгәртә һәм руль артындағыларҙан да, юлдарҙың сифатлы торошон тәьмин итеүселәрҙән дә юғары иғтибар талап итә. Ҡар томалап яуған ваҡытта тейешенсә таҙартылмаған юл бернисә сәғәт эсендә оло транспорт коллапсына алып килергә мөмкин.
Мәсетле районында юлдарҙы тейешенсә тәртиптә тотоу һәм ремонтлау эшен юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре башҡара. Улар республика әһәмиәтендәге 65 километр оҙонлоғондағы Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлын, күрше райондар менән сиктәш 147 километр муниципаль-ара әһәмиәттәге юлды һәм ауылдарҙы тоташтырып торған 135 километр юлды хеҙмәтләндерә.
Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре көҙ миҙгелендә үк ҡом-тоҙ ҡатнашмаһын һәм 20 берәмек махсус техниканы әҙерләп ҡуйҙы.
Юл хужалығы хеҙмәткәренең эше ауыр һәм яуаплы. Был һөнәр көн дауамында асыҡ һауала эшләргә мәжбүр итә: йәйгеһен – эҫе ҡояш, көҙ һалҡын ямғыр аҫтында, ҡыш сатлама һыуыҡта, ыжғыр буранда. Эш көнө иртә башлана, һуң ғына тамамлана, хатта тәүлек әйләнәһенә эшләгән саҡтар ҙа булғылай.
Ғинуар айы ҡарҙың үтә лә күп булыуы менән айырылып торҙо, шунлыҡтан хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн төндә үк эш башларға тура килә.
Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн күпме техника ебәрергә кәрәк икәне һауа шарттарынан сығып шәхсән билдәләнә: әгәр ҙә ҡар күп яуа икән, был ваҡытта бөтә техника тәүлек әйләнәһенә эшләй, яуым-төшөм аҙ бул-ғанда юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә план буйынса эштәрҙе башҡарыу өсөн ваҡыт бирелә. Әммә юлдарҙа хәүеф-һеҙлек булдырыу буйынса эштәр бер минутҡа ла туҡтамай.
Ҡар күп яуған ваҡытта хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре техникаға хәүефһеҙ хәркәт тәьмин итеү өсөн иң тәүҙә төбәк әһәмиәтендәге юлды таҙарта. Юлды ирегән һәм кәүшәк ҡарҙан таҙартыу өсөн дәүләт стандарты буйынса уртаса 12 сәғәт ваҡыт бирелә.
Хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы – ҡар күп яуыуҙан юлда барлыҡҡа килгән киҫкен хәлде бөтөрөү. Иң тәүге сиратта юл саты, тау үре һәм түбәнгә илткән урындарҙы таҙартыу.
Ҡар һырынтыларын таҙартып уҙғандан һуң был урын боҙлауыҡҡа әйләнә, шуға күрә юлға ҡом-тоҙ ҡатнашмаһын һибеү өсөн күп ваҡыт сарыф ителә.
Шуны ла билдәләп уҙырға кәрәк: Кропачево – Мәсәғүт – Әчит автомобиль юлында ҙур йөк һәм еңел автомобилдәр хәрәкәте бик юғары, шулай уҡ рельефы ла ҡатмарлы. Шуның өсөн дә иң тәүге сиратта эштәр юлдың ошо өлөштәрендә башҡарыла, һуңынан муниципаль-ара һәм урындағы юлдар таҙартыла.
Күпер, автобус туҡталышы, барьер ҡоймалары, эйәр һыуы аға торған торбалар, юл билдәләрен таҙартыу һәм башҡа эштәр юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең бурысы булып тора. Иң мәшәҡәтлеһе барьер ҡоймаларын таҙартыу, сөнки уларға зыян килтермәҫ өсөн ауыр техника менән оҫта эш итергә кәрәк. Ә ҡайһы бер урындарҙа ҡеүәтле техника ла көсһөҙ, шуға ла ҡул менән таҙартырға тура килә.
Мәсетле юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре махсус техника менән Ҡариҙел районында Бөрө – Таҫтүбә – Һатҡы автомобиль юлын һалыуҙа ла ҡатнаша.
Ҡыш миҙгеле ниндәй генә булмаһын – ҡарлымы, ҡарһыҙмы – хеҙмәткәрҙәр ваҡытында юлды таҙартып, ҡом-тоҙ ҡатнашмаһын һибә. Әммә водителдәр ҙә юл хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы икәнен аңларға тейеш. Шуға күрә улар юлға сығыр алдынан һауа шарттарын иҫәпкә алһындар һәм автомобилдәрен тейешенсә әҙерләһендәр ине.
Һүрәттә: Юл эшселәре Йыланыш ауылы эргәһендә торбаны таҙарта.