Бөтә яңылыҡтар

Сүп-сар өсөн хәҙер күберәк түләйәсәкбеҙ.

Әле беҙ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы тейәп алып киткәндәре өсөн 55 һумдан алып 75 һумға саҡлы түләйбеҙ. Был хаҡ тәғәйен ауыл йәки ҡаланан сүп-сар ташыу 2019 йылдың 1 ғинуарына саҡлы ойошторолғанмы, юҡмы икәненә бәйле ине.

Билдәле булыуынса, республика был эш буйынса биш зонаға бүленгән, һәр береһен үҙ компанияһы - операторы хеҙмәтләндерә. 1 февралдән уларҙың өсәүһе сүп-сар ташыған өсөн хаҡты күтәрә. Биш зона өсөн дә хаҡты 2018 йылда, йәғни “сүп-сар реформаһы” башланған мәлдә үк раҫлағайнылар, ләкин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән ул минималь кимәлгә – 30-35 һумға төшөрөлдө. Иҫәп-хисапҡа ярашлы, һәр ауыл һәм ҡасабала сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу өсөн операторҙарға тап шул саҡлы кәрәк булды. Юғиһә, ғәҙел түгел: төпкөл бер ауылға сүп ташығыс машина айына бер генә килә йәки бөтөнләй килмәй, ә 35-әр һум талап итәләр. Ике йыл эсендә системаны яйға һалдылар: республиканың барлыҡ ауыл-ҡасабаларында тиерлек контейнер майҙансыҡтары булдырҙылар, улар буйынса берҙәм мәғлүмәт базаһы эшләнеләр, сүп ташыусы машиналар паркы ҙурайҙы, уларҙың хәрәкәтен автоматик система теркәй. Әммә был ошо реформаның аҙаҡҡы маҡсаты түгел. Ҡалдыҡтарҙы ташыу ғына түгел, ә сорттарға айырыу, эшкәртеү һәм утилләштереү талап ителә. Бының өсөн төбәк операторҙарына полигондар һәм эшкәртеү предприятиелары төҙөргә кәрәк. Ә уның өсөн, тәбиғи, аҡса кәрәк һәм тарифтарҙы элек үк күҙ алдында тотолған кимәлгәсә күтәреү зарур.
Өс оператор - “Экология Т”, “Ҡалдыҡтарға идара итеү. Мәләүез” һәм “Махсус автохужалыҡ” - инвестиция программаларын раҫлатты ла инде. Улар, һанап киткәнгә ярашлы, 138 миллион һум, 159 миллион һум һәм 371 миллион һум тотонасаҡ. Ошо аҡсаға быйыл Туймазы районында, киләһе йыл – Мәләүез районында һәм 2025 йылға Благовар районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, ә Архангель, Благовар, Балаҡатай, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Нуриман, Мәсетле һәм Салауат райондарында һигеҙ сортҡа айырыу комплексы төҙөү планлаштырыла. Был тәңгәлдә мөһим бер шарт бар: операторҙар сүп-сарҙы графикка ярашлы ташып өлгөрткәндә генә ошо тариф буйынса түләтергә хоҡуҡлы! Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә был эш көн һайын, ә башҡа ауыл һәм ҡасабаларҙа кәмендә аҙнаһына өс тапҡыр башҡарылырға тейеш.
Фото: bashinform.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин