Бөтә яңылыҡтар

Матур юл ауылды биҙәй

Быйыл Мәсетле районының биш ауыл биләмәһендә асфальт ҡатламын яңыртыу буйынса эштәр баш- ҡарылды.

Уларҙың һәр береһенә республика ҡаҙнаһынан бер миллион һум аҡса бүленде. Юлдарға асфальт һалыу һәм йүнәтеү эштәрен Мәсетле юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы белгестәре башҡарып сыҡты. Йонос ауылында асфальт 22 йыл элек һалынған. Йылдар үтеү менән соҡорҙар һаны иҫәпһеҙ булып китә. Ауыл халҡы юлдар торошонан риза түгел ине. Ниһайәт, юл төҙөкләндерелде! Ауылға ингән ерҙән Ҡыҙыл яр урамы буйлап Хәйерзаманов урамы менән киҫелешкә тиклем, шулай уҡ Мәжит Ғафури урамы буйлап мәктәп янында юлға ремонт яһалды.
Дыуан-Мәсетле ауылының Комсомол һәм Ләмәҙтамаҡ ауылының Карл Маркс (һүрәттә) урамдары юл япмаһының бер өлөшө ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.
Әләгәҙ ауылының Совет урамында һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә, газ бүлеү пункты торған юл сатынан алып туҡталышҡа, йәғни Төҙөлөш урамы боролошона тиклем юл тәртипкә килтерелде.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында дүрт участкала асфальт юл ҡатламы яңыртылған: Ленин урамы яғынан “Светлячок” балалар баҡсаһына инеү юлы, Төҙөлөш урамы сатынан Сәнәғәт урамына тиклем юл, үҙәк район дауаханаһының контроль-үткәреү пунктынан алып Төҙөлөш урамына тиклем, Күпер урамы буйлап Төньяҡ тыҡрыҡ яғына табан.
Ағымдағы йылда шуның менән район юлдарын ремонтлау буйынса эштәр тамамланды. Соҡорҙарҙы ямау эштәре киләһе йылда дауам итәсәк.