Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
29 Сентябрь 2020, 11:05

Сүп-сар сығарыу өсөн тариф арта

Башҡортостанда сүп-сар реформаһы: хаҡтар нисек билдәләнә һәм халыҡ нимә өсөн түләй

1 ғинуарҙан республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы (ТКО) йыйыу һәм сығарыуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде. Төбәк операторҙары институты үҙ эшен башланы. Хәҙер һәр ауылдан сүп-сар сығарыла.
Мәсетле районында сүп-сар контейнерҙары өсөн шәхси ихаталарға – 348, күп фатирлы йорттар өсөн – 10, ойошмалар өсөн 88 майҙансыҡ бар. Шуларҙың 62-һе талаптарға тап килә: контейнерҙар ҡаты урынға ҡуйылған һәм кәртәләп алынған. Абдулла, Ҡорғат ауыл биләмәләрендә эш тулыһынса тамамланған, Кесе Ыҡтамаҡта 31 контейнерҙың 11-е әҙер, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә майҙансыҡтар әҙерләү эштәре бара.
Бөгөнгө көндә Мәсетле районы буйынса түләүҙәрҙе йыйыу бик түбән. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу төбәк операторының Мәсетле районы буйынса вәкиле Марат Хизбуллин әйтеүе буйынса, халыҡтың 5 миллион 800 мең һум бурысы бар. Был халыҡты хеҙмәтләндереү эшен тотҡарлай һәм ауылдарҙан сүп-сарҙы сығарыу графигының боҙолоуына килтерә.
Ҙур күләмдәге сүп-сарҙы йыйыу өсөн ауыл биләмәләрендә бункерҙар ҡуйыласаҡ. Ҡорғат, Яңы Мишәр, Яңы Яуыш, Ростов ауыл биләмәләрендә уларҙы һатып алыу планлаштырыл-ған.
Әлеге мәлдә эре сүпте контейнер-ҙар янына һалырға кәрәк. Ул йыйылыу күләменә ҡарап сығарыласаҡ. Әгәр ҙә бындай ҡалдыҡтар оҙаҡ ваҡыт сығарылмай икән, Мәсетле районы төбәк операторы подрядсыһы “Мәсетле водоканалы” йәмғиәтенә 2-02-64 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк.
Системаны ғәмәлгә индереү башында Радий Хәбиров сүп-сар өсөн түләүгә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу эше ойошторол-ған урындарҙа – 70 һум, ә йыйыу эше булмаған урында 35 һум билдәләргә тәҡдим итте. 1 сентябрҙән хаҡтар артты, хәҙер инде 2021 йылдың 1 июленә тиклем бер кешегә 75 һум һәм йыйыу ойошторолмаған урын-дарҙа 55 һум тәшкил итә. Район хал-ҡына ағымдағы айҙың һуңында яңы хаҡтар менән квитанция килә башлай.
Шул арала
“Юлдаш” телеканалы эфирында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ми- нистры Борис Беляев һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазлыев төбәк операторҙары менән берлектә граждандарҙың сүп-сар реформаһына ҡағылышлы һорауҙарына яуап бир-ҙе. Бына шуларҙың бер нисәһе.
– Ҡулланыусылар түләгән аҡса ҡайҙа китә?
– Килгән аҡса сүпте сорттарға бүлеү станцияһы һәм полигон төҙөүгә ҡулланыла.
– Операторҙар менән бәйләнешкә нисек инергә?
– Уларҙы социаль селтәрҙә табырға мөмкин, райондарҙа офистар бар. Дүрт операторҙан торған мобиль ҡушымталар булдырылған.
– Сүп-сар полигондары менән нимә була?
– Һәр оператор үҫеш программаһы буйынса 2024 йылға тиклем заманса сүп-сар йыйыу полигоны төҙөүҙе планлаштыра.
– Диван һәм уның кеүек ҙур әйбер-ҙәрҙе операторҙарға тапшырырға мөмкинме?
– Кәрәкмәгән ҙур күләмдәге әйберҙе майҙансыҡҡа ташларға мөмкин. Бындай сүп-сар өсөн майҙансыҡтар өлөшләтә төҙөкләндерелгән, ә бүтән осраҡта ҡалдыҡтарҙы бак янына һалырға кәрәк һәм улар заявкалар буйынса сығарыла.
– Халыҡ ҡалдыҡтар сығарыу графигын ҡайҙан белә ала?
– Башҡортостан Республикаһында “ТКО Башкортостан” системаһы эшләй башланы. Унда бөтә майҙансыҡтар ҙа ингән. Һәр хакимиәттә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү тураһында мәғлүмәт биргән һәм фототеркәүҙе алып барған хеҙмәткәр бар.