Бер тапҡыр бушлай ер алыу хоҡуғына эйә граждандарға – торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж күп балалы һәм йәш ғаиләләргә, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн ер участкаһы биреү тураһындағы законға ярашлы Мәсетле районы хакимиәтенә күп ғаризалар килә. Тик әлегә тиклем ер участкалары юҡ ине. Шул сәбәпле “Көньяҡ-2” биҫтәһен булдырыу ҡарары ҡабул ителде.
Райондың баш архитекторы Дмитрий Баязитов әйтеүенсә, яңы микрорайон Айып ауылы яғына табан, матур урында – урман янында урынлашасаҡ.
“Көньяҡ-2” барлыҡҡа килгәнгә тиклем ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе торлаҡ пункт ерҙәренә күсереү буйынса ҙур эш башҡарылды.
Яңы микрорайондың майҙаны – 105 гектар. Уның биләмәһендә шәхси йорт төҙөү өсөн 400-ҙән ашыу ер участкаһы бүлеү ҡаралған. 105 ер участкаһын ағымдағы йылда льготалары булған кешеләргә сират буйынса бүлеү планлаштырылған.
Шулай уҡ микрорайон биләмәһендә 60 урынға балалар баҡсаһы менән 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөү, ике магазин (сауҙа нөктәләре асырға теләгәндәр Мәсетле районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала), спорт ҡоролмалары участкаһы урынлаштырыу ҡаралған.
Бөгөн яңы биҫтәлә газ, һыу, электр, йылылыҡ менән тәьмин итеү, канализация, элемтә бәйләнештәрен булдырыу кеүек коммуникацияларҙы проектлау буйынса документация эштәре бара.