Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышы

Рәсәй гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, ҡыш һыуыҡ булмаҡсы. Көҙ ҙә һалҡын булыуы көтөлә. Оло Ыҡтамаҡ ауылында йылытыу эшенә әҙерлек барышы тураһында “Тепловик” яуаплығы сикләнгән йәмғиәте директоры Алмаз Хәйретдинов һөйләне.

Район үҙәгендә төп ике ҡаҙанлыҡ урынлашҡан. Улар “Тепловик” йәмғиәте хеҙмәтләндергән район хакимиәтен, мәҙәниәт йорттарын һәм социаль әһәмиәттәге объекттарҙы йылыта.
Әлеге ваҡытта йылытыу системаһында торбаларҙы ныҡлыҡҡа һынау һәм һыу менән тултырыу эштәре алып барыла. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса эштәрҙең 90 проценттан ашыуы башҡарылған.
Йылытыу трассаһының дөйөм оҙонлоғо – 3,5 километр. Ул яҡшы торошта, шуға күрә быйыл ремонт эштәре башҡарылмаған.
Ағымдағы йылда шәхси йылытыу системаһына күсеү буйынса программаны тормошҡа ашырыу арҡаһында, газ менән йылытыу ҡаҙанлыҡтарының һаны 14-кә еткән.
Йылытыу миҙгелен 15 сентябрҙә башлау планлаштырыла. Әммә һауа температураһы өс көн дауамында +8 градустан түбән торһа, йылытыу миҙгеле алданыраҡ старт аласаҡ.