Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөтә хеҙмәттәр буйынса берҙәм квитанция

1 июлдән “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте абоненттары булған район халҡы берҙәм түләүҙәр квитанцияһын ала башланы. Шул уңайҙан “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһына: “Ниндәй квитанция алдыҡ һәм уның буйынса түләргә кәрәкме”, – тигән һорауҙар килә башланы.

Был һорауға яуап эҙләп, “Тепловик” йәмғиәте директоры Алмаз Хәйретдиновҡа мөрәжәғәт иттек:
– Ағымдағы йылдың уҙған айынан “Тепловик” йәмғиәте күрһәткән хеҙмәттәр өсөн түләү берҙәм түләүҙәр документында килә, ҡыҫҡаса ул ЕПД (единый платежный документ) тип атала. Уны Башҡортостан Республикаһы Берҙәм мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәге (ЕИРЦ РБ) төҙөй һәм тарата.
ЕИРЦ РБ – төбәк биләмәһендә торлак-коммуналь хужалыҡ баҙарында барлыҡ ҡатнашыусыларҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәп-хисаптарын дөйөм бер урынға туплаусы клиент үҙәге ул. Берҙәм түләү документы ай һайын торлаҡ бинаны йәки күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте файҙаланыу сиктәрендә ҡулланыусыларға күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бөтә иҫәп-хисапты берләштерә.
Шулай ҙа берҙәм түләү документы буйынса түләүҙәрҙе берләштереп тә, һәр хеҙмәт йәки ресурс өсөн айырым да түләргә мөмкин. Быны ҡулланыусы үҙенә уңайлы ысул менән башҡара ала: ЕИРЦ РБ (https://eirc-rb.ru/) сайтына инеп “Шәхси кабинет” аша онлайн, хеҙмәтләндереү терминалдарында, почта һәм банк бүлексәләрендә. Түләү срогы – һәр айҙың 10-сы көнөнә тиклем.
Иҫәп-хисап, түләү документтарын алыу, йәшәгән кеше һанын аныҡлау һәм белешмә алыу өсөн “ЕИРЦ РБ” йәмғиәтенең Мәсетле районы буйынса клиент офисына түбәндәге адресҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сәнәғәт урамы, 12. Белешмәләр өсөн телефондар: 8-800-755-08-09, 8 (3476) 62-64-04.