28 июлгә ҡарата республикала программаһының 30 процентҡа үтәлеүе тураһында хәбәр итә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Проектта бөтәһе 17 муниципалитеттағы 380 ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған. Ҡайһы бер райондарҙа подрядсылар эштәрен тамамлаған да инде. Баш-ҡортостанда ихата территориялары һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проектының дөйөм суммаһы 2020 йылда дүрт миллиард һумдан артып китә.
Мәсетле районында Оло Ыҡтамаҡтың Ленин урамындағы күп фатирлы йорттарҙың ихата территорияһы яңыртыла. Район хакимиәте баш архитекторы Дмитрий Баязитов әйтеүе буйынса, подрядсы яуаплылығы сикләнгән “Молпромстрой” йәмғиәте (Оло Ыҡтамаҡ ауылы), субподрядсы – Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы.
Эш барышында тротуарҙарға, машиналар ҡуйыу урынына, йорт-ара эсендәге юлдарға асфальт һалына, тимер ҡоймалар монтажлана, яҡтыртыу системаһы яңыртыла, видеокүҙәтеү булдырыла, балалар майҙансығы, эскәмйә һәм урналар ҡуйыла, йыуылған кейемде элеү урыны ла ҡаралған. Эш октябрь һуңына тамамланырға тейеш. Подрядсыларға эш хаҡы ғәмәлдә башҡарған эштәренә ҡарап түләнә.
Был эш менән бер рәттән 2021 йылға проект буйынса йәмәғәт фекер алышыуы ла башланды.
Мөһим шарт: парктарҙы, балалар баҡсаһын, мәктәптәрҙе, инженер коммуникацияларын төҙөкләндереү һәм йүнәтеү эше бүтән төр эштәр менән бергә барырға тейеш.
2021 йылда Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында Ленин урамындағы (ҡаршы яҡ урам) күп фатирлы йорттар ихатаһын яңыртыу планлаштырылған. Был йорттарҙа йәшәүселәр менән, уларҙың тәҡдимдәрен һәм теләктәрен иҫәпкә алып, тәүге йыйылыш үткән дә инде.