Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәсетле районында подъездар ремонтлау эше бара

Республика программаһына ярашлы, Башҡорт-останда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса эштәр дауам итә.

План буйынса был эште ваҡытында башҡарырға пандемия ҡамасаулыҡ итте. Март һуңында туҡтатып, июнь айы башында яңынан тотондолар. Бөтә эш күләме 1 октябргә тамамланырға тейеш. Программа буйынса 2020 йылда 708 миллион һум суммаға 699 күп фатирлы йорттоң 2185 подъезына капиталь ремонт ҡаралған.
Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында Ленин урамындағы 5-се һәм Тыныслыҡ урамындағы 11-се йорттарҙа дүрт подъезда ремонт эше бара.
– Былтырғы кеүек, был юлы ла башҡарылаһы эштәр исемлегенә йортҡа инә торған ағас ишектәрҙе – тимергә, ағас тамбур ишектәрен һәм тәҙрә блоктарын ПВХ-ға алмаштырыу, беренсе ҡатта иҙәндәрҙе плиткаһын тергеҙеп ремонтлау, баҫҡыс янындағы тимер рәшәткәне һәм яндауырҙы ремонтлау, штукатур-маляр эштәре (стеналар, түбәләр, баҫҡыс майҙансыҡтары, сүп сығарыу торбалары, радиаторҙар, таянғыстар, ҡоймалар, газ торбалары, электр щиттары), электр линияларын пластик ҡаптар эсенән һуҙыу, һүндергестәрҙе яңыртыу, хәрәкәт датчигы булған заманса яҡтыртҡыс-тар ҡуйыу, – тип һөйләй Мәсетле районы хакимиәтенең ер һәм мөлкәт контроле буйынса төп белгесе Илнур Хәйруллин.
Һәр подъезды яңыртыу өсөн район һәм республика бюджетынан 230 мең һум аҡса бүленгән.
Программаның кураторы – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Мәсетле районында ремонт эшен яуаплылығы сикләнгән “Тепловик” йәм-ғиәте башҡара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы 2019 йылда башланып, алты йылға иҫәпләнгән.
2021 йылға республика исемлегенә 776 күп фатирлы йорттоң 2112 подъезы ингән. Эште башҡарыу күләме коронавирус инфекцияһының таралыуы менән бәйле. Программа эшен алдағы йылдарҙа ла дауам итеү ҡаралған, тип белдерәләр Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Район хакимиәте тарафынан күп фатирлы йорттарҙа 102 подъезд ремонтлау ҡаралған.