Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мөлкәтһеҙ ҡалыуың ихтимал...

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн бурысы булғандарҙың мөлкәтенә арест һалалар.

Был хаҡта UfasityNews.ru хәбәр итә. Төбәк операторы мәғлүмәттәре буйынса, судҡа 870 миллион һумға 46 меңдән ашыу дәғүә тапшырылған.
Бурыслыларға ҡаты саралар ҡаралған: мөлкәткә арест һалынасаҡ һәм илдән сығыуҙы тыясаҡтар. Йылдың башынан капиталь ремонт өсөн иғәнә түләмәгән 406 кеше сит илгә сығыуҙан мәхрүм ителде. Шулай уҡ 3,5 миллион бурысы булған кешеләрҙең мөлкәтенә арест һалынған. Әлегә 380 миллион һумды ҡайтарып ала алғандар, шуның 210 миллион һумын бурыслылар үҙ теләктәре менән түләгән.
Фото:UfasityNews.ru
Автор: Дина Арсланова