Бөтә яңылыҡтар

Яндырмағыҙ һәм ташламағыҙ

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн аҡса түләгәс, урнаға теләгән нәмәне ташларға ярай, тип иҫәпләүселәр бар арабыҙҙа. Һөҙөмтәлә, сүп контейнерҙарында һәм уның эргәһендә ерҙә ағас-бүрәнәләр, иҫке мебель кеүек сүп осратырға була.

Бындай сүп-сарҙы сығарып ташлаусыларҙың хаҡлымы икәнлеге тураһында беҙ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүсе төбәк операторының Мәсетле районындағы вәкиле Марат Хизбуллин менән һөйләштек.
– Марат Рәйес улы, районыбыҙ ауылдарында сүп йыйыу һәм сығарыу нисек бара?
– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сығарыу буйынса яңы ҡағиҙәләргә күсеү, башҡа райондарҙағы кеүек, беҙҙә лә еңел бармай һәм ваҡыт талап итә. Районыбыҙҙа был хеҙмәтте күрһәткән төбәк операторы сүпте сығарыу буйынса графикты үтәй: район ауылдарында – аҙна һайын, район үҙәгендә көн һайын сүп контейнерҙарын бушатып тора. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, йыш ҡына күңелде ҡырырлыҡ күренеш күҙәтелә: контейнерҙарға төҙөлөштән һуң ҡалған сүпте, ихаталарҙан сабылған үлән һәм ағас ботаҡтарын, туҙған тәгәрмәстәрҙе, иҫке мебелде һәм башҡа күп нәмәләрҙе сығарып ташлайҙар. Улар бик тиҙ контейнерҙарҙы тултыра һәм халыҡ коммуналь ҡалдыҡтарҙы контейнерҙар эргәһенә ергә һала башлай.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлауы ҡыйын, һәр майҙансыҡ эргәһенә күҙәтеүсе ҡуйып булмай.
Сүпте утилләштереү ҡағиҙәләрен боҙоусыларға административ штраф һалыныуы ихтимал.
– Гәзит уҡыусыларыбыҙға аңлатып үтәйек әле: сүп контейнер-ҙарына ниндәй сүпте ташларға ярай?
– Ауылдарҙа ҡуйылған сүп контейнерҙары көндәлек тормошобоҙ һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Бында макулатура, быяла, өҫ һәм аяҡ кейемдәре, пластик, һауыт-һаба инә.
Контейнерға ағас ботаҡтарын, тиҙәк, сабылған үлән, һалам, төҙөлөш материалдары, автомобилдәр-ҙең иҫке алмаш өлөштәрен, атап әйткәндә, тәгәрмәстәрҙе, бампер, лак, буяуҙарҙы ташлау ҡәтғи тыйыла.
– Ихатала ҡороған үләнде, япраҡ-ботаҡтарҙы яндырырға ярамай. Уларҙы контейнерҙарға ташлау ҙа тыйыла. Уны халыҡ ҡайҙа итергә тейеш?
– Үҫемлектәрҙең һәм төҙөлөштән ҡалған эре сүпте хужалар үҙҙәре сығарырға тейеш, сөнки улар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары категорияһына тап килмәй. 89-сы Федераль законға ярашлы, улар – эре габаритлы ҡалдыҡтар. Шуға күрә уларҙы сығарыу өсөн төбәк операторы йәки был эшмәкәрлек төрөнә лицензияһы булған башҡа ойошма менән өҫтәмә килешеү төҙөргә кәрәк.