Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ артасаҡ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында сүп-сар сығарыу өсөн тарифтарҙы кире ҡарау тәҡдим ителде.

Улар иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән кимәлгә етергә тейеш.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, Башҡортостанда сүп-сарҙы сығарыу өсөн аҡса йыйыу 85 процент тәшкил итә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәк операторҙары тарифты арттырыуҙы бер нисә тапҡыр тәҡдим иткән, сөнки әлеге түләү күләме иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән.
– Реформаның эшкәртеү буйынса беренсе фазаһын үтеп барабыҙ. Икенсе фаза – утилләштереү һәм сүп-сарҙы сорттарға бүлеү. Полигондар һәм сүп-сарҙы сортировкалаусы станциялар тураһында уйларға кәрәк. Башҡортостанда илдәге иң түбән тариф һәм ул иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән. Хәҙер иҡтисади яҡтан иҫәпләнгән икенсе тариф тураһындағы тәҡдимдәрҙе ҡарарға әҙермен, уйлаша башлағыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, иң тәүҙә сүп-сарҙы сығарыу, контейнерҙар менән мәсьәләне хәл итеү кәрәк ине.
– Машиналар барып та етмәгән төбәктәрҙә йәшәгән кешеләрҙән аҡса йыйырға намыҫыбыҙ етмәҫ ине. Әле был этапты үтеп барабыҙ. Шуға күрә хәҙер иҡтисади яҡтан файҙалы тариф тураһында уйларға ваҡыт етте, – тине ул.
Фото: karel.mk.ru
Автор: Альфия Мингалиева