Бөтә яңылыҡтар

Район үҙәгендә юлға асфальт түшәлә

Мәсетле районында урам-юл селтәрен ремонтлау буйынса эштәр дауам итә.

Оло Ыҡтамаҡта Мәсетле юл-ремонтлау төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Оло Ыҡтамаҡтың Революция урамында автомобиль юлына асфальт түшәй башланы. Юл япмаһы Салауат Юлаев урамынан сиркәүгә тиклем яңыртыласаҡ.
Юлды ремонтлау республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ғәмәлгә индерелгән “Тыуған урам” программаһы нигеҙендә башҡарыла. 2020 йылда республика ауылдарында 900 млн һумдан күберәк суммаға 113 км юлға асфальт түшәү планлаштырыла.
Былтыр программа буйынса 58 торама пунктта эштәр башҡарылды. Мәсетле районында Әләгәҙ ауылының Совет урамында 1546 м оҙонлоҡтағы юлға асфальт түшәлгәйне.
Программа 2024 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. Уның буйынса тәүлегенә 600-ҙән ашыу транзит транспорты үткән үҙәк урамдар-ға, шулай уҡ меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылдар урамдарына асфальт һалына. Билдәләнгән ваҡыт-ҡа тиклем 564 км юлды ремонтлау планлаштырыла.