Уның һүҙҙәренсә, коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле сүп сығарыу эшендә лә үҙгәрештәр булып китте. Ҡурсаланыу режимы һөҙөмтәһендә күп ойошмалар эшмәкәрлектәрен туҡтатып торҙо. Был ваҡытта уларҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килмәне. Ә бына өйҙә ултырыусылар һаны, киреһенсә, артты, һөҙөмтәлә уларҙың сығарған сүптәре күбәйҙе һәм халыҡ өсөн ҡуйылған контейнерҙар тиҙерәк тулды. Мәҫәлән, Оло Ыҡтамаҡта ғына сүптең йыйылыуы 30 процентҡа артты.
Әлеге мәлдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу буйынса төбәк операторы подрядсыһы штат режимында эшләй, сүп график буйынса сығарыла.
Марат Рәйес улының әйтеүенсә, мәсетлеләрҙең төбәк операторына бурысы алты миллион һумдан артып киткән. Был күрһәткән хеҙмәт сифатына кире йоғонто яһай, әлбиттә. Сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу өсөн иҫәп-хисапты ваҡытында түләргә кәрәклеген мәсетлеләрҙең тағы ла бер тапҡыр иҫенә төшөрәбеҙ. Февралдән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу өсөн хеҙмәт электр энергияһы менән бергә БР Берҙәм мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәгенең берҙәм түләү документына индерелгән. Берҙәм түләү документы буйынса хеҙмәтте комиссияһыҙ үҙегеҙгә уңайлы ресурс – QR-код буйынса мобиль ҡушымта аша, почта йәки банк бүлексәләрендә, терминалдар ярҙамында һәр хеҙмәткә айырым, шулай уҡ бергә түләргә була.
Әйткәндәй,
Бөгөн Мәсетле районында булған контейнер майҙансыҡтары буйынса мәғлүмәтте актуалләштереү, шул уҡ ваҡытта юридик шәхестәрҙең контейнер майҙансыҡтарын инвентаризациялау бара. Был төбәк операторына контейнер майҙансыҡтарын реаль ваҡыт режимында күрергә, сүптең ваҡытында график буйынса сығарылыуын күҙәтеп барырға мөмкинлек бирәсәк. Мәсетле районында әле сүп контейнерҙары өсөн 273 майҙансыҡ бар, шуларҙың 61-е ҡаты япмалы нигеҙҙә тора һәм уратып алынған. Абдулла һәм Ҡорғат ауыл биләмәләрендә бар майҙандар ҙа тулыһынса әҙер.