2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн ике миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, программаны ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек буйынса муниципалитеттар өсөн берҙәм смета өлгөһө әҙерләнгән. 1 марттан конкурс башланырға тейеш.
Быйыл 390 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Теүәл һандар теле менән әйткәндә, 2600 эскәмйә, 2000 сүп-сар һауыты, 2000-дән ашыу яҡтыртыу ҡорамалдары, 573 видеокамера урынлаштырыу, 170 контейнер майҙансығы булдырыу күҙаллана.
БР Башлығы Радий Хәбиров, дизайн-проекттар һәр кем өсөн асыҡ, билдәле булырға тейеш тип белдерҙе:
- Кешеләр төҙөкләндереүҙән һуң уларҙың ихаталары ниндәй буласағын алдан белергә тейеш. Әгәр ҙә 1 майға эштәр башланмай икән, алдан уҡ хәбәр итегеҙ, сәбәптәрен асыҡлағыҙ. Төҙөкләндереүҙә урындағы материалдар ҡулланылыуы яҡшыраҡ.