Бөтә яңылыҡтар

Оло Ыҡтамаҡ ауылында күп ҡатлы йорттоң подвалы бысраҡлыҡтар менән тулған

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Ленин урамындағы 2А һанлы йортта күңелһеҙ хәл булды. Канализация системаһының тығылыуы арҡаһында күп ҡатлы йорттоң бөтөн подвалын йыуынты, нәжес һыуҙары баҫҡан ине.

Йортта йәшәүселәр подвалды видеоға төшөрөп “Бәйләнештә” социаль селтәренә һал-ған. Улар шулай уҡ проблеманы хәл итер өсөн бер кем бер ниндәй сара күрмәй, тип яҙған.
– Беҙ шуны һулап йәшәргә мәжбүр. Бөтә хеҙмәттәр ҙә хәбәрҙар булыуына ҡарамаҫтан, бер кемдең дә беҙгә ярҙам иткеһе килмәй. Еүеш стеналар буйлап ҡара үңәҙ тарала, нигеҙ ярғыланып бөткән, – тип яҙа улар.
Әлеге инцидент буйынса район хакимиәте инициативаһы менән торлаҡ эйәләре йыйылышы уҙғарыла, унда Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов, район хакимиәтенең төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса баш белгесе Данир Ғәҙелшин, “Тепловик” йәмғиәте директоры Алмаз Хәйретдинов, “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте мастеры Радис Сәрүәров ҡатнашты.
Йыйылышта иң беренсе күп фатирлы йорт советын һайланылар. Был йорт менән идара итеү ысулы – туранан-тура идара итеү. Йәғни күп фатирлы йорт хужалары үҙ аллы аҡса йыйып, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар менән туранан-тура килешеүҙәр төҙөргә тейеш.
Торлаҡта йәшәгән кешеләр-ҙең һүҙҙәренсә, был проблема уларҙың өйөндә инде бер нисә йыл дауам итә. Былтыр йәй йортта йәшәгән кешеләрҙең средстволарына канализация торбалары һатып алынып, “Тепловик” эшселәре тарафынан подвалдағы торбалар алмаштырылған. “Мәсетле һыу каналы” йәмғиәте ҡоҙоҡто һәм торбаларҙы тыштан таҙартҡан. Шунан һуң канализация торбаһынан һыу нормаль китә башлаған. Ләкин ике айҙан хәл яңынан ҡабатланған.
аварияның сәбәбен асыҡлау өсөн канализация торбаларына диагностика үткәрергә кәрәк, тигән һығымтаға килделәр йыйылышта.
– Икенсе көндө “Мәсетле һыу каналы” эшселәрен һәм әлеге йортта йәшәүселәрҙе йәлеп итеп, сәбәп асыҡланды. Ул йорт нигеҙе аҫтында булып сыҡты: пластик торба менән металл торбаны тоташтырған ялғау урынынан күскән. Сәбәпте бөтөрҙөләр, әлеге көндә канализация системаһы төҙөк эшләй.
Йорт буйынса башлыҡҡа подвалдан бысраҡ һыуҙарҙы һурҙыртып алыу һәм ялғанған урынды нығытыу өсөн хеҙмәтләндереүсе ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөргә кәңәш ителде, – ти Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Ғилметдинов.