Оло Аҡала паркты яңыртыу эштәре 15 июндә башланды. Подрядсыһы – “Кинйә-баев Д. Н.”.
Эш барышында парк биләмәһенә асфальт түшәлде, яҡтыртыу ойошторолдо, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылды, йомшаҡ ябыулы балалар майҙансығы ҡалҡып сыҡты. Территория тимер һәм ағас материалдар ярҙамында кәртәләп алынды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарға бағышланған обелиск төҙөкләндерелде.
Эштәрҙең дөйөм суммаһы 3 млн 443 мең һум тәшкил иткән. Оло Аҡа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вадим Шаһибитдиновтың һүҙҙәренсә, артабан хоккей майҙансығы ҡуйырға уйлайҙар. Ҡорамалдар һатып алынған, оҙаҡламай эштәр башланасаҡ. Подрядсыһы – “Металлмонтажстрой” йәмғиәте (Ҡазан ҡалаһы).
Ремонттан һуң Еңеү паркы заманса матур төҫ алды. Ауыл халҡы был ваҡиғаны күптән түҙемһеҙлек менән көтә ине. Яңыртылған парк бәләкәстәр өсөн дә, ололар өсөн дә осрашыуҙар һәм кисәләр үткәреү урыны буласағына шик юҡ. Парк ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен өсөн уға бөгөндән үк һаҡсыл ҡараш һәм мөнәсәбәт кәрәк.
Йәш эшҡыуарҙың төп эшмәкәрлеге – транспорт хеҙмәттәре, юл-төҙөлөш эштәре һәм юлдарҙы хеҙмәтләндереү. Эштәрҙе баш-ҡарыу өсөн уның заманса автотранспорттан торған паркы: йөк автомобилдәре, экскаваторҙары, автокрандары, бульдозеры, эвакуаторы бар. Данилдың киләсәккә пландары – транспорт паркын артабан киңәйтеү һәм хеҙмәттәр күрһәтеү күләмен, сифатын арттырыу.
– “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса Оло Аҡала Еңеү паркын яңыртыу эше – минең өсөн бындай объекттарҙы ремонтлау буйынса тәүге тәжрибә, – тип һөйләй эшҡыуар. – Районыбыҙҙың үҙәк объекттарының береһенең тышҡы йөҙөн яҡшыртыуға өлөш индерә алыуыма бик шатмын.