Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бурыстарҙы түләргә кәрәк

Мәсетле районы хакимиәтендә һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсереү буйынса эштәр өсөн күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән бу-рыстарҙы түләтеү мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында кәңәшмә уҙҙы.


Программаның өҫтөнлөктәре күп: фатирҙар-ҙы йылытыу һәм эҫе һыу менән тьмин итеү проблемалары хәл ителә, иҫке туҙған йылылыҡ трассаларын файҙаланыу туҡтатыла һәм ватылып торған иҫке ҡаҙанлыҡтарҙы эшләтеү кәрәкмәй, халыҡ йылылыҡ өсөн түләгәндә күпкә аҙыраҡ аҡса сарыф итә.

Халыҡ йылытыуҙың яңы системаһына күсеү өсөн сығымдарҙың 10 процентын ғына ҡапларға тейеш. Әммә фатирҙарында эштәр башҡарыл-ғандарҙың ҡайһылары үҙ бурыстарына яуаплы ҡарамаған һәм тейешле сумманы әле һаман түләмәгән.

Халыҡтың үҙ йөкләмәләрен үтәмәүе был эштәрҙе башҡарыусы подрядсыларҙы ҡыйын финанс хәлгә ҡуя һәм райондың мәсетлеләр- ҙең тормош сифатын яҡшыртыу буйынса башҡа программаларҙа ҡатнаша алыу мөмкинлеген кәметә. Бөгөн халыҡтың дөйөм бурысы 2 млн 832 мең һум тәшкил итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: күп фатирлы йорттар-ҙа һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсереү программаһы Мәсетле районында 2016 йылдан бирле ғәмәлгә ашырыла. Тәүгеләрҙән булып әләгәҙҙәр уның уңайлыҡтарын тойҙо, 2018 һәм 2019 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы ла яңыса йылытыуға күсте.