Мәсетле районы хакимиәтенең милек һәм ер контроле буйынса төп белгесе Илнур Хәйруллин хәбәр итеүенсә, әлеге этапта ремонт эштәре Тракт урамындағы 3-сө, 4-се, 9-сы, 13-сө өйҙәр подъездарында бара.
Подъездарға кодлы йоҙаҡтар менән ишектәр һәм пластик тәҙрәләр ҡуйылған да инде. Шулай уҡ баш- ҡарыласаҡ эштәр исемлегенә ағас ишектәрҙе металға, эске ишекте ПВХ ишеккә, ағас тәҙрә блоктарын ПВХ-ға алмаштырыу, беренсе ҡаттағы иҙәндәрҙең плитанан торған ҡатламын тергеҙеп иҙәндәрҙе (конкурс өсөн хәреф "м") ремонтлау, баҫҡыстарҙың металл рәшәткәләрен һәм яндауырҙарын ремонтлау, штукатур-маляр эштәре (стеналар, түшәмдәр, баҫҡыстар, радиаторҙар, таянғыстар, кәртәләр, газ торбалары, электр щиттары), электр үткәргестәрҙе пластик ҡаптар эсенә һалыу, ут ҡабыҙғыстарҙы, яҡтырт-ҡыстарҙы хәрәкәт датчиклы энергия һаҡлаусы лампаларға алмаштырыу.
Быйыл шулай уҡ Ленин урамындағы 2-се, 9-сы йорттар подъездарын ремонтлау ҙа планлаштырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы 6 йылға иҫәпләнгән. Район хакимиәте тарафынан БР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына райондың күп фатирлы йорттарындағы 102 подъезды ремонтларға кәрәклеге тураһында хат ебәрелгән.