Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күп фатирлы өйҙәрҙә йыйылыштар уҙғарыу тураһында

Мәғлүмәти белдереү.

2011 йылдың 4 майындағы “Айырым эшмәкәрлек төрҙәрен лицензиялау тураһында “99-ФЗ һанлы Федераль закон, Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының 2015 йылдың 15 ғинуарындағы 44-се бойороғо менән раҫланған күп фатирлы өйҙәр менән идара итеү буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген лицензиялау буйынса дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса административ регламент һәм лицензиат ғаризаһы (2019 йылдың 12 апрелендәге, килгән номеры 9787) нигеҙендә “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең лицензияһы туҡтатылды.

РФ Торлаҡ кодексының 200-сө статьяһына ярашлы, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте бындай өй менән идара итеү ысулын һайлау йәки башҡа идара итеүсе ойошма һайлау тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн күп фатирлы йорттарҙағы бина хужалары менән дөйөм йыйылыштар уҙғарасаҡ.