Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Авария хәлендә, тимәк, хәүефле

Урындағы үҙидара органдары мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһы территорияһында 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип табылған һәм һүтеп алынырға йәки реконструкцияланырға тейешле күп фатирлы өйҙәр һаны 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 120 берәмек тәшкил итте (36462 кв.м), уларҙа 2595 кеше йәшәй.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында 2013 йылда Тыныслыҡ урамындағы 1965 йылда файҙаланыуға тапшырылған 3-сө һәм Тракт урамындағы 1974 йылда тапшырылған 11-се өй ошондай торлаҡ тип табылды. Тимәк, был өйҙәрҙә йәшәүселәр икенсе торлаҡҡа күсерелергә тейеш.

Ике өйҙөң дөйөм майҙаны 1265,50 кв. м тәшкил итә, улар-ҙың һәр береһендә 30-ҙан ашыу кеше йәшәй.

Авария хәлендәге торлаҡ фондын бөтөрөү проблемаһын хәл итеү граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә республиканың урындағы үҙидара органдарында бюджет аҡсаларының сикле булыуы һөҙөмтәһендә тот- ҡарлана. Был мәсьәләне хәл итергә авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программаны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлек бирәсәк. Ул дәүләт корпорацияһының – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондының, Башҡортостан Республикаһының тупланған бюджетының өлөшләтә ҡатнашыу мөмкинлеген иҫәпкә ала.

Беҙҙәге ошо күп фатирлы ике өйҙә йәшәүселәрҙе күсереү 48 млн 56 мең 97 һум тәшкил итәсәк.

Программа алты этапта бойомға ашырыласаҡ. Мәсетле районындағы туҙған өйҙәр беренсе этапҡа индерелгән. Проекттың бурысы – билдәләнгән тәртиптә авария хәлендә тип танылған һәм файҙаланыу барышында физик яҡтан туҙыуы сәбәпле һүтеп алы-нырға тейешле күп фатирлы өйҙәрҙе бөтөрөү.

Программа буйынса был фатирҙарҙа йәшәүселәр 2020 йыл һуңына тиклем күсерелергә тейеш. План буйынса улар өсөн Төҙөлөш урамында күп фатирлы ике өй төҙөләсәк. Хәҙер документтар әҙерләнә. Был этапта фатир хужаларының үҙҙәренең әүҙем ҡатнашыуҙары мөһим. Шуға күрә район хакимиәте был өйҙәрҙә йәшәүселәрҙең торлаҡҡа хоҡуҡты белдереүсе документтарҙы район хакимиәтенең 49-сы кабинетына йәки Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең 5-се кабинетына килтереүҙәрен һорай.