Яҡындағы пландарҙа – Ленин, Төҙөлөш һәм Тыныслыҡ урамдары ихаталарында һәм торлаҡ зоналарында ремонт яһау. Был территорияларҙа нигеҙҙә һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсеү проектын бойомға ашырған ваҡытта боҙол-ған участкаларҙы йүнәтеү күҙ уңында тотола.
Әйтергә кәрәк, планлаштырылған юл ҡатламы ремонты менән бер рәттән Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең төҙөкләндереү хеҙмәте бригадаһы һәм Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы аша Интерактив картаға килгән мөрәжәғәттәр буйынса эштәр башҡарыла. Әлеге мәлдә район буйынса юл ҡатламын ремонтлауға 138 заявка килгән, шуларҙың 3-әүһе – яңы, 67-һе – үтәлгән, тағы ла 60-ы – эшләнә, 8-е – кире ҡағылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр бер район кешеһе картала билдәләп һәм ҙур булмаған заявка формаһын тултырып, проблемалы участканың фотоһын ҡушып һалып, юл хеҙмәттәренә юл полотноһына ағымдағы ремонтты нәтижәлерәк үткәрергә ярҙам итә ала.