Бөтә яңылыҡтар

Соҡор күрҙеңме – хәбәр ит

Юлдарҙы ремонтлау дауам итә



1 апрелдән Башҡортостанда смартфондар өсөн “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы, уның ярҙамында республиканың теләгән бер кешеһе юлдарҙа һәм ихаталарҙа соҡорҙарҙы ремонтлауға заявка бирә, шулай уҡ соҡорҙар ремонты сифатын контролләй аласаҡ. Мобиль ҡушымта ваҡытлыса республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса әҙерләнде.

Мобиль ҡушымтаны файҙаланыу юл япмаһын ремонтлау күләмдәрен бер нисә тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип планлаштырыла. Хәҙер ҡушымтанан файҙаланыусылар соҡор-ҙо фотоға төшөрөп, уның юлдамы әллә ихаталамы икәнлеген билдәләп, мәғлүмәтте модераторҙарға ебәрә ала. Үҙ сиратында, модераторҙар килгән заявканы хеҙмәтләндереүсе ойошмаға ебәрә. Соҡорҙы ремонтлағас, эшселәр эштәрен фотоға төшөрөп билдәләп ҡуя.

“Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы соҡорло юлдарҙы ремонтлауҙың интерактив картаһы менән берләштерелгән. 29 апрелгә ҡушымта тарафынан 26 меңдән ашыу соҡор фотоға төшөрөлгән. Шуларҙың 7572-һе эш процесында, 14092-һе – тапшырылған да инде.

Әлеге ҡушымта ярҙамында районыбыҙ кешеләренән 120 заявка килгән, уларҙың 58-е башҡарылған, 44-е – эш процесында. Соҡорҙар нигеҙҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылының Күпер, Еңеү, Ленин һәм Төньяҡ урамдарында табыл-ған. Ләмәҙтамаҡ һәм Абдулла ауылдары халҡынан да заявкалар булған.

Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең районда, соҡорло юлдарҙы ремонтлау эштәрен 15 июнгә тиклем тамамлау планлаштырыла.