Әле үткән йылдың авгусында уҡ был йорттарҙа йәшәүселәр түләү квитанциялары алды. Үкенескә күрә, әлеге шартты бөтәһе лә үтәмәне. Ошоноң менән бәйле, район хакимиәте түләмәгән граждандарға ҡарата дәғүә менән суд органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды. Законлы көсөнә ингән суд ҡарарҙары бар ҙа инде, ә баш-ҡарыу ҡағыҙҙары мәжбүри үтәтеү өсөн суд приставтары хеҙмәтенә тапшырылған. Төп сумманан тыш, бурыслыларға суд сығымдарын ҡапларға һәм дәүләт пошлинаһын түләргә тура киләсәк.